Күптән түгел Башҡортостанда йәшәүселәр “Тормошҡа 10 мең аҙым” тип исемләнгән Бөтә Рәсәй акцияһында ҡатнашты.
Республиканың Спорт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, сара “Физик культура һәм үҫеше” дәүләт программаһы (государственная программа “Развитие физической культуры и спорта”) маҡсаттарын тормошҡа ашырыуға ярашлы үткәрелгән.
Акция хәрәкәт итеүгә ынтылышты барлыҡҡа килтереү, үҫтереү өсөн ойошторола. Йыл һайын үткәрелгән акцияла Дыуан, Йәрмәкәй, Яңауыл һәм башҡа райондарҙа йәшәүселәр ҡатнаша. Улар араһында спортсылар, тренерҙар, физкультура-спорт ойошмалары хеҙмәткәрҙәре, хеҙмәт коллективтары, ғаиләләр, студенттар һәм башҡалар бар. Һәр старт алдынан зарядка ойошторолған. Артабан улар 10 мең аҙым үткән, фиништан һуң сәй эскән.
“Физик культура һәм үҫеше” дәүләт программаһы (государственная программа “Развитие физической культуры и спорта”) Рәсәй халҡының физкультура менән шөғөлләнеүе өсөн шарттар булдырыуға, күп кеше ҡатнашҡан спорт төрҙәрен популярлаштырыуға, тормош сифатын яҡшыртыуға йүнәлтелгән. Илдә ошо маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыу маҡсатында инфраструктура барлыҡҡа килә, күп кеше ҡатнашҡан спорт саралары үткәрелә, “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” Бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексы тормошҡа ашырыла, балаларҙың күнекмәләргә йөрөүе өсөн яңы мөмкинлектәр булдырыла.
Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса программа быйылдан тормошҡа ашырыла.
Сығанаҡ, фото: БР Спорт министрлығы.