Даирә
+24 °С
Ямғыр
Милли проекттар
20 Март 2025, 05:22

Милләт әсәләре билдәләнде

Өфө ҡалаһының “Торатау” Конгресс-холында “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” IX Бөтә Рәсәй конкурсына йомғаҡ яһалды. Быйылғы сарала махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙәрҙең әсәләренә айырым иғтибар бүленде.

Милләт әсәләре билдәләндеМилләт әсәләре билдәләнде
Милләт әсәләре билдәләнде

Был әһәмиәтле конкурста ҡатнашыусы районыбыҙҙың әүҙем ҡатын-ҡыҙҙа­рының барыһы ла финалға сығып, Рәх­мәт хаттары менән бүләкләнде.

Үрге Төкөн ауылынан Сажиҙә Бай­ғусҡарова һәм Иҫке Бәпестән Филүзә Шахморатова “Милләт әсәһе” – күп бала тәрбиәләүсе өлгөлө әсәләр һәм мах­сус хәрби операцияла ҡатнашыусылар әсәләренә арналған номинацияла дипломға эйә булдылар.

“Мәҙәниәт” номинацияһында Иҫке Бәпес ауылында йәшәүсе билдәле шағирә, китапхана мөдире Фирүзә Аб­дуллина билдәләнһә, Яңы Ҡыйышҡы ауылы ирекмәндәре етәксеһе Регина Бикҡолова “Ирекмән” номинацияһында танылыу алды.

“Педагог” номинацияһында Олокүл мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Әлфиә Ғәйфуллина, “Оҫта­бикә” номинацияһында Сахай ауылынан өҫтәмә белем биреү педагогы Нәзирә Ғәләүетдинова, “Ағинәй” номинацияһында Һәүәләйҙән махсус хәрби опе­рацияла һәләк булыусы яугирҙең әсәһе Фәүзәнә Мөхәмәтйәнова, “Медицина хеҙмәткәре” номинацияһында район үҙәк дауаханаһы бухгалтеры Рима Хәсә­нова дипломға лайыҡ булды.

Шулай уҡ районыбыҙҙың ирекмән­дәр штабтары вәкилдәре мәртәбәле са­раға үҙҙәренең эштәрен сағылдырыусы ҙур күргәҙмә алып барҙы.

Милләт әсәләре билдәләнде
Милләт әсәләре билдәләнде
Милләт әсәләре билдәләнде
Автор:
Читайте нас