Даирә
+24 °С
Ямғыр
Милли проекттар
19 Март 2025, 04:04

Етем балаларҙы торлаҡ биреү буйынса ҙур эш башҡарылған

2024 йылда Башҡортостан торлаҡты сафҡа индереү буйынса сираттағы тарихи бейеклеккә етте.    

Етем балаларҙы торлаҡ биреү буйынса ҙур эш башҡарылғанЕтем балаларҙы торлаҡ биреү буйынса ҙур эш башҡарылған
Етем балаларҙы торлаҡ биреү буйынса ҙур эш башҡарылған

2019 йылдан Башҡортостанда 17,5 миллион квадрат метр торлаҡ сафҡа индерелгән, был республика өсөн “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты (национальный проект “Жильё и городская среда”) билдәләгән күрһәткестәрҙән 14 процентҡа күберәк. Был хаҡта төбәктең Төҙөлөш һәм архитектура министрлығынан хәбәр иттеләр.

Төҙөлөш комплексын үҫтереү буйынса республика – Рәсәй Федерацияһының иң яҡшы ун төбәге иҫәбендә. 2024 йылда Башҡортостан сираттағы тарихи максимумына өлгәште – 3,348 миллион квадрат метр торлаҡ сафҡа индерелде. 122 мең ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшырта алды. 18 мең квадрат метрҙан ашыу майҙанлы авария хәлендәге йорттарҙан 1,1 мең кеше төҙөк һәм хәүефһеҙ фатирҙарға күсте. Льготалы категория граждандарынан 7 326 кеше дәүләт ярҙамы алды. Был маҡсатҡа бюджеттан 3,7 миллиард һум бүленгән. Етем балаларҙы торлаҡ менән тәьмин итеү буйынса план күрһәткесе 35 процентҡа арттырып үтәлгән. Торлаҡ менән рекордлы һанда етемдәр 1029 кеше тәьмин ителгән.

Авария хәлендәге торлаҡты күсереү буйынса эштә территорияларҙы комплекслы үҫтереү механизмы әүҙем ҡулланылаМәҫәлән, Башҡортостанда 26 биләмәләрҙе комплекслы үҫтереү килешеүе төҙөлдө. Әйләнешкә 875 гектар майҙанды, планлаштырылған торлаҡ төҙөлөшө күләмен – 2,6 млн квадрат метрҙы йәлеп иттеләр.

– Республиканың төҙөлөш комплексы “Демография” (национальный проект “Демография”), “Һаулыҡ Һаҡлау” (национальный проект “Здравоохранение”), “Мәғариф” (национальный проект “Образование””, “Мәҙәниәт” (национальный проект “Культура”), “Физик культураны һәм күмәк спортты үҫтереү” милли һәм федераль проекттарын тормошҡа ашырыуҙа туранан-тура ҡатнашты. Алты йыл эсендә республикала улар буйынса 169 объект төҙөлдө. Улар иҫәбендә – дөйөм һыйҙырышлылығы 10 мең урынлыҡ 53 балалар баҡсаһы, 17,5 мең уҡыусыға иҫәпләнгән 41 мәктәп, 38 һаулыҡ һаҡлау объекты, 18 мәҙәниәт объекты, 16 ҙур спорт объекты һәм өс социаль тәғәйенләнешле объект, – тип хәбәр итте республиканың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Артем Ковшов.

2025 йылдан эш “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) сиктәрендә дауам итә, ул элек ғәмәлдә булған федераль программаларҙың төп өҫтөнлөктәрен һәм бурыстарын, шул иҫәптән "Торлаҡ һәм ҡала мөхите" милли проектын берләштерә. 2030 йылға республика торлаҡ фондын 26 процентҡа яңыртырға, ә торлаҡ менән уртаса тәьмин ителеш бер кешегә 35 квадрат метр тәшкил итергә тейеш. Был осорҙа Башҡортостанда 21 миллион квадрат метрҙан ашыу торлаҡ төҙөү, 220 мең квадрат метр майҙанда авария хәлендәге йорттарҙы күсереү планлаштырыла.

Айрат Нурмөхәмтов фотолары.

Автор:Рәмилә Мусина
 
 
Етем балаларҙы торлаҡ биреү буйынса ҙур эш башҡарылған
Етем балаларҙы торлаҡ биреү буйынса ҙур эш башҡарылған
Етем балаларҙы торлаҡ биреү буйынса ҙур эш башҡарылған
Етем балаларҙы торлаҡ биреү буйынса ҙур эш башҡарылған
Етем балаларҙы торлаҡ биреү буйынса ҙур эш башҡарылған
Автор:
Читайте нас