Эш эҙләүгә яҡынса 3,5 ай ваҡыт китә, тип хәбәр итә Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте. Эш биреүселәрҙе кадрҙар менән тәьмин итеүгә эштең яңы стандарттарын индереү ярҙам итә. “Кадрҙар” милли проектына (национальный проект “Кадрҙар”) ярашлы яңылыҡтар төбәктең барлыҡ мәшғүллек үҙәктәренә лә ҡағылды.
-Инвестиция проекты эш башлағанда кадрҙар консультанттары бер төрлө алгоритмға мөрәжәғәт итә, эш биреүсе кадрҙар алмашыныуы проблемаһы менән осрашҡанда йәки персоналды миҙгелле эшкә йәлеп итергә кәрәк булғанда хеҙмәттәрҙең башҡа төрлө комплексы тәҡдим ителә, – тине Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова.
Кадрҙар үҙәгендә эшһеҙҙәр иҫәптә, яҡынса 109 көн тора. Элек бы күрһәткес 196 көн ине. Эшһеҙлек кимәле буйынса республика ил төбәктәре араһында тәүге унау иҫәбенә керә. Бер йыл эсендә был күрһәткес 0,9 процентҡа кәмеп, 1,4 процент тәшкил итте.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республиканың барлыҡ 69 мәшғүллек үҙәктәрендә модернизация теүәлләнгән йәки тамамланыу алдында. Хәҙер улар “Рәсәй эше” берҙәм бренды аҫтында эшләп килә.
Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары менән тормошҡа ашырыла.
Фото: "Башҡортостан" ДТРК-һы.