Даирә
+24 °С
Ямғыр
Милли проекттар
17 Март 2025, 05:09

Лицензия алыусылар арта

Профилле медицина ойошмалары һаны артыуы сирҙәрҙе иртә асыҡлау мөмкинлеген арттыра    

Лицензия алыусылар артаЛицензия алыусылар арта
Лицензия алыусылар арта

Кардиология буйынса эшмәкәрлеккә элек теркәлгән лицензиялы 376 учреждениеға тәү тапҡыр лицензия алған ике медицина учреждениеһы өҫтәлде. Береһе уның Архангел районында урынлашҡан. Ул тәүге пациенттарын ҡабул итергә тулыһынса әҙер,  хеҙмәткәрҙәр штаты ике табип-кардиологҡа арттырылған.

 Клиника элек терапия буйынса медицина ярҙамы күрһәтеүгә лицензияланғайны. Хәҙер кардиология буйынса лицензия алыу кәрәклеге килеп тыуҙы. Йөрәк-ҡан системаһын тикшереү өсөн заманса Mindray һәм Axion аппараттары алынды. Хәҙер район халҡы йәшәгән ерҙә тикшереү үтеү һәм кардиолог консультацияһын алыу мөмкинлегенә эйә, – тине Һаулыҡ һаҡлау министрлығының лицензиялар бүлеге начальнигы Эльвира Тәхәүетдинова.

Профилле медицина ойошмалары һаны артыуы сирҙәрҙе иртә асыҡлау мөмкинлеген арттыра, һөҙөмтәлә республика халҡы араһында үлем кимәлен кәметеүгә йоғонто яһаясаҡ.

“Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты ( нацпроект “Продолжительная и активная жизнь”) “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын һәм элекке ҙур ҡоласлы “Демография” проектының ҡайһы бер йүнәлештәрен артабан үҫтерәсәк. Тәү сиратта ярҙам сараларын ғүмер оҙайлығы илдәге уртаса күрһәткестән артта ҡалған төбәктәр һәм ауылдар аласаҡ. Милли проект һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын артабан яңыртыуға йүнәлтелгән, йөрәк-ҡан тамырҙары, онкология һәм диабет сирҙәре менән көрәш буйынса федераль программалар ҙа дауам итәсәк.

Тап ошо мөһим милли проект 2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә (артабан 80 йәшкә) тиклем еткереүҙе күҙ уңында тота. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла.

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Автор:
Читайте нас