“Минең бизнес” үҙәгенең мобиль офисы Мәсәғүт һәм Серафимовка ауылдарына күсмә ултырыш үткәрергә барған. Сара “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проекты (национальный проект “Эффективная и конкурентная экономика”) ярҙамында тормошҡа ашырылған. Был хаҡта республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы хәбәр итә.
Серафимовка ауылында күсмә сара райондың бизнес-шерифы, “Минең бизнес” үҙәге һәм йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнашлығында үткән. Улар ғәмәлдәге ярҙам саралары, муниципаль һәм грант программалары, шул иҫәптән туризм өлкәһендәгеләре хаҡында һөйләгән. Октябрьский ҡалаһындағы “Минең бизнес” үҙәге етәксеһе Евгения Забелина эшҡыуарҙар өсөн уҡытыу программалары һәм башҡа саралар менән таныштырып үткән.
Мәсәғүт ауылында Дыуан һәм Мәсетле райондары эшҡыуарҙары Башҡортостан Республикаһының Ваҡ һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса агентлығы эшмәкәрлеге, гарантия фондының яңы хеҙмәттәре тураһында ентекле мәғлүмәт алған. Шулай уҡ ваҡ һәм урта бизнес өсөн льготалы кредитлау программалары, яңы эш башлаған эшҡыуарҙар өсөн социаль контракт шарттары һәм башҡа көнүҙәк темалар тикшерелгән.
Фото: biznestur.bashkortostan.ru/presscenter/news/702730/