Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса Нуриман районының Красный Ключ табиплыҡ амбулаторияһына капиталь ремонт үткәрелде. Эшкә 50,5 миллион һум аҡса йүнәлтелде. Амбулатория “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына ярашлы яңыртылды.
Медицина учреждениеһын тантаналы шарттарҙа асыуҙа һаулыҡ һаҡлау министрының беренсе урынбаҫары Гөлнара Зинурова, Өфө ҡалаһы ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһының баш табибы Ирина Карамова, башҡа рәсми кешеләр һәм ауыл халҡы ҡатнашты.
Бинала бөтә инженер коммуникациялары үткәрелгән, яңы ҡорамалдар алынған. Табиплыҡ амбулаторияһы алты ауыл халҡын хеҙмәтләндерәсәк. Тәүге медицина ярҙамын 2559 кеше аласаҡ.
Яңы “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” проекты (нацпроект “Продолжительная и активная жизнь”) “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын һәм элекке ҙур ҡоласлы “Демография” проектының ҡайһы бер йүнәлештәрен артабан үҫтерәсәк. Тәү сиратта ярҙам сараларын ғүмер оҙайлығы илдәге уртаса күрһәткестән артта ҡалған төбәктәр һәм ауылдар аласаҡ. Милли проект һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын артабан яңыртыуға йүнәлтелгән, йөрәк-ҡан тамырҙары, онкология һәм диабет сирҙәре менән көрәш буйынса федераль программалар ҙа дауам итәсәк.
Тап ошо мөһим милли проект 2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә (артабан 80 йәшкә) тиклем еткереүҙе күҙ уңында тота. Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса яңы милли проект 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.