Даирә
+24 °С
Ямғыр
Милли проекттар
28 Февраль 2025, 06:42

Репродуктив сәләмәтлектәре тикшерелде

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә...    

Репродуктив сәләмәтлектәре тикшерелдеРепродуктив сәләмәтлектәре тикшерелде
Репродуктив сәләмәтлектәре тикшерелде

Былтыр Башҡортостанда, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына (национальный проект “Здравоохранение”) ярашлы, иҫкәртеү сараларында 1 878 087 кеше ҡатнашты, тип хәбәр итте Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы. Был саралар “Оҙайлы һәм әүҙем ғүмер” милли проекты  (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) бурыстарын тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итә.

2024 йылда өлкән йәштәгеләрҙең айырым төркөмдәрен профилактик тикшереүҙә һәм диспансерлаштырыуҙа 73 медицина ойошмаһы ҡатнашты, 30 мобиль медицина бригадаһы йәлеп ителде. Бынан тыш, граждандарға фельдшер-акушерлыҡ пункттарында диспансерлаштырыуҙың беренсе этабын үтеү мөмкинлегенә эйә булды.

2024 йылда шулай уҡ, диспансерлаштырыуға ярашлы, 18-49 йәшлек ҡатын-ҡыҙҙарҙың һәм  18-55 йәшлек ир-егеттәрҙең репродуктив сәләмәтлеге тикшерелде. Былтыр 427766 кеше репродуктив сәләмәтлекте  баһалау буйынса диспансерлаштырыуҙы үтте.

Фото: https://gtrk.tv/

Автор:
Читайте нас