Башҡортостанда “Экологик именлек” милли проектын (национальный проект “Экологическое благополучие”) ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә һыуҙарҙың кире йоғонтоһонан зыян күреү ихтималлығына юл ҡуймау өсөн Ғафури районының Яңы Ҡарамыш ауылында Егән йылғаһын таҙартыу буйынса эш дауам итә. Был хаҡта республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығында хәбәр иттеләр.
Егән йылғаһы урындағы халыҡ тормошонда мөһим роль уйнай. Ул көнкүреш кәрәк-яраҡтары өсөн һыу сығанағы булып, ауыл хужалығы ерҙәренә һыу һибеү һәм төбәктең экосистемаһын һаҡлау өсөн хеҙмәт итә.
– Һыу объектын таҙартыуға уҙған йылда уҡ тотондоҡ. Бөгөнгө көндә ағастарҙы ҡырҡыу, тороп ҡалған ағас түмәрен соҡоп сығарып, ҡалдыҡтарҙы ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар полигонына ташыу, шулай уҡ төҙөлөш ҡаласығын төҙөү буйынса эштәр алып барыла. Тупраҡ даими йыйылған майҙансыҡҡа сығарыла. Эштәрҙе киләһе йылдың ноябрендә тамамларға ниәтләйбеҙ. Ошо етди эш һөҙөмтәһендә йылға үҙәненең үткәреү һәләте күтәреләсәк, уның санитар торошо, тимәк, унда йәшәүселәрҙең йәшәү сифаты ла яҡшырасаҡ, - тип билдәләне Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов.
“Экологик именлек” милли проекты тирә-яҡ мөхитте хәстәрләй һәм уны халыҡ өсөн уңайлы итә. Эш бер юлы бер нисә йүнәлеш буйынса алып барыла: ҡалдыҡтарҙы сорттарға айырыу һәм эшкәртеү өсөн инфраструктура булдырыу, сүплектәрҙе һәм һыу ятҡылыҡтарын таҙартыу, урмандарҙы һаҡлау, атмосфераға ҡалдыҡтарҙы кәметеү, экологик туризмды үҫтереү һәм биологик төрлөлөктө һаҡлау.
Фото: "Башҡортостан" ДТРК-һы.