Даирә
+24 °С
Ямғыр
Милли проекттар
23 Февраль 2025, 16:51

Ауылда йәшәүселәр интернет менән тәьмин ителә

Башҡортостанда мобиль оператор 18 районда 4G-япманың ышаныслылығын арттырҙы.    

Ауылда йәшәүселәр интернет менән тәьмин ителәАуылда йәшәүселәр интернет менән тәьмин ителә
Ауылда йәшәүселәр интернет менән тәьмин ителә

Башҡортостанда мобиль оператор 18 районда 4G-япманың ышаныслылығын арттырҙы.

Төбәктә бәйләнеш селтәрҙәре һәм Интернет үҫеше “Һанлы иҡтисад” милли проекты (национальный проект “Цифровая экономика”) маҡсаттарына ярашлы тормошҡа ашырыла.

- Бәйләнеш инфраструктураһы үҫеше - эшебеҙҙең төп өҫтөнлөктәренең береһе. Бәйләнеш операторҙары, төбәктә йәшәүселәрҙе тотороҡло һәм юғары тиҙлекле бәйләнеш менән тәьмин итеп,  үҙҙәренең хеҙмәттәр сифатын яҡшыртыу өсөн инвестициялар йәлеп итә. Был – Башҡортостанда йәшәү һәм бизнесты алып барыу өсөн уңайлы шарттарҙы булдырыу буйынса мөһим аҙым, - тине Башҡортостандың һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин.

Инфраструктура үҫеше һөҙөмтәһендә ауылдарҙа йәшәүселәр тиҙлекле интернеттың барлыҡ мөмкинлектәрен һәм төрлө мобиль ҡушымталарҙы файҙаланыуҙы баһалай – яҡындары менән видеобәйләнеш аша аралаша, арауыҡта төрлө мәғариф курстарын үтә, “Дәүләт хеҙмәттәре”нән файҙалана, ваҡытын социаль селтәрҙә уҙғара.

Республиканың түбәндәге ауылдарында мобиль селтәре оператор тарафынан көсәйтелде:

  • Шишмә районының Шишмә һәм Санжар ауылдары;
  • Учалы районының Учалы һәм Ахун ауылдары;
  • Дыуан районының Мәсәғүт ауылы;
  • Баймаҡ районының Йәнегет ауылы;
  • Ғафури районының Үтәк ауылы;
  • Әлшәй районының Раевка ауылы;
  • Кушнаренко районының Тағанай ауылы һәм башҡалар.

Фото, сығанаҡ: provitelstvorb.ru

Автор:
Читайте нас