Даирә
+21 °С
Болотло
Милли проекттар
22 Февраль 2025, 18:14

Үҙебеҙҙә шәп йыһаздар етештерәләр

“Хеҙмәт етештереүсәнлеге” проекты Рәсәйҙең 40-тан ашыу мебель тармағы вәкилен йыйҙы.     

Үҙебеҙҙә шәп йыһаздар етештерәләрҮҙебеҙҙә шәп йыһаздар етештерәләр
Үҙебеҙҙә шәп йыһаздар етештерәләр

Туймазы ҡалаһында “Үҫеш стратегияһы-2025” конференцияһында Рәсәй төбәктәренән 40-тан ашыу мебель компанияһы вәкилдәре ҡатнашты. Сараны ойоштороусы булып “Корона” мебель фабрикаһы сығыш яһай. “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проектының (национальный проект “Эффективная и конкурентная экономика”) “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” федераль проектында ҡатнашыу Башҡортостан компанияһына матрас етештереү цехында һаҡсыл етештереү ҡоралдарын индерергә генә түгел, ә был тәжрибәләрҙе сеймал һәм әҙер тауар келәттәренә уңышлы таратырға мөмкинлек бирҙе. Бындай үҙгәртеп ҡороуҙар һөҙөмтәһендә фабриканың йоҡо өсөн тауарҙарҙың дөйөм етештереүсәнлеге айына 40 меңгә тиклем арта.

– Предприятие өсөн күрһәтелгән дәүләт ярҙамы етештереүҙе камиллаштырыу һәм йоҡо тауарҙары баҙарында көнәркәшлек һәләтен күтәреү юлында мөһим аҙым булды. Тәжрибәне төрлө участкаларға һәм бүлектәргә күсереү даими камиллашырға, үҙенең һөҙөмтәлелеген арттырырға мөмкинлек бирә. Етешһеҙ урындарҙы табыу һәм уларҙы хәл итеү процестарҙың барыу ваҡытын күпкә ҡыҫҡарта, – тип билдәләне Башҡортостан Республикаһының иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары Айрат Фәхретдинов.

Сара ҡунаҡтары предприятие эшенең һөҙөмтәләре, етештереү ҡеүәттәренең мөмкинлектәре менән таныша алды. Цехтар буйлап экскурсиялар ойошторолдо, унда ҡатнашыусылар матрастар һәм карауаттар эшләү процестары буйынса аңлатмалар алды, шулай уҡ мебель баҙары эксперттарынан уҡытыу һәм оҫталыҡ дәрестәре үтте. Федераль спикерҙар баҙар торошона аналитика тәҡдим итте, ә мебель индустрияһы эшҡыуарҙары үҙ төбәктәрендә бизнес алып барыу тәжрибәһе менән уртаҡлашты һәм импортты алмаштырыу шарттарында эш пландары тураһында һөйләште.

– Проект сиктәрендә алынған тәжрибә, оҫталыҡ һәм эш ҡоралдары ярҙамында етештереү ҡеүәтен арттырыуҙан тыш, үҙебеҙҙең тауарҙың сифатын да яҡшырта алдыҡ, – тип белдерҙе “Корона” фабрикаһы директоры Рәмил Мәмлиев.

“Хеҙмәт етештереүсәнлеге” федераль проектына инеү өсөн етештереүсәнлек порталына ғариза ебәрергә кәрәк (производительность.рф).

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проекты (национальный проект “Эффективная и конкурентная экономика”) - быйылдан ғәмәлгә ашырыла башланған милли проекттарҙың береһе. Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы буйынса ҡабул ителгән.

Фото: pravitelstvorb.ru.

 
Автор:
Читайте нас