Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
18 Февраль , 14:01

Ремонт киләһе йылда тамамлана

Ауырғазы районында Үҙән йылғаһы аша күперҙә капиталь ремонт дауам итә.     

Ремонт киләһе йылда тамамлана
Ремонт киләһе йылда тамамлана

Башҡортостандың Ауырғазы районында “Йәшәү өсөн инфраструктура” милли проекты (национальный проект "Инфраструктура для жизни") сиктәрендә Үҙән йылғаһы аша күперҙе капиталь ремонтлау дауам итә. 39 погон метр оҙонлоғондағы был яһалма ҡоролма Бишҡайын ауылынан алыҫ түгел Талбазы – Красноусол автомобиль юлында урынлашҡан. Бында ике яҡтан да тротуарҙар һалынасаҡ, барьер һәм яндауыр кәртәләр монтажланасаҡ, 116 метр оҙонлоҡтағы күпер ремонтланасаҡ.

– Күперселәр был ҡоролманың балкаларын монтажлауҙы тамамлаған, биш конструкция ҡуйған, уларҙың һәр береһенең 33 метр оҙонлоҡта һәм 58 тонна ауырлыҡта. Яҡын арала подрядсы ойошма уларҙы монтажлай һәм бетондан һаҡлағыс ҡатламдар эшләй башлаясаҡ, - тип хәбәр итте Башҡортостан Республикаһының транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова.

Барлыҡ эштәр 2026 йылда тамамланырға тейеш. Ремонт эштәрен башҡарыу өсөн күпер буйлап хәрәкәт сикләнде. Подрядсылар ваҡытлыса урау юл эшләгән, уның буйлап хәрәкәт светофор менән көйләнә.

Әйтергә кәрәк, был юл популяр туристик йүнәлеш булып тора. Юл шифалы һәм изге сығанаҡтары менән билдәле “Красноусол” шифаханаһы урынлашҡан ауылға илтә.

Фото: Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы. 

Автор:
Читайте нас: