Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
18 Февраль , 14:00

Министр урынбаҫары халыҡты ҡабул итте

Халыҡ менән диалог "Экологик именлек" милли проекты мәсьәләләрен хәл итеүгә булышлыҡ итә.

Министр урынбаҫары халыҡты ҡабул итте
Министр урынбаҫары халыҡты ҡабул итте

Башҡортостан Республикаһы урман хужалығы министры урынбаҫары Юнир Садиҡов Архангел районында граждандарҙы ҡабул итте. Халыҡ менән аралашыу “Экологик именлек” милли проектының (национальный проект “Экологическое благополучие”) “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проекты бурыстарын хәл итеүгә булышлыҡ итә.

Халыҡты урман хужалығы өлкәһендәге ҡуртым мөнәсәбәттәре, ағастарҙы санитар ҡырҡыу, урман участкаһындағы сүп-сар һәм башҡа мәсьәләләр борсой. Урман ведомствоһы вәкиле һәр мәсьәләне ентекләп тикшереп, граждандарға аңлатма бирҙе. Айырым мөрәжәғәттәр контролгә алынды һәм артабан компетенция буйынса эшләү өсөн Урман хужалығы министрлығының структура бүлексәләренә ебәрелде.

– Урындарҙағы хәл-ваҡиғаларҙы өйрәнеү һәм кешеләр менән асыҡ аралашыу беҙҙең өсөн бик мөһим. Бындай осрашыуҙар теге йәки был проблемаларға икенсе күҙлектән ҡарарға һәм күптән борсоған мәсьәләләрҙе хәл итергә ярҙам итә, – тип билдәләне Башҡортостан Республикаһы урман хужалығы министры урынбаҫары Юнир Садиҡов.

“Экологик именлек” милли проекты “Экология” милли проектының дауамы булып тора. Милли проект тирә-яҡ мөхитте хәстәрләй һәм уны халыҡ өсөн уңайлы итә. Эш бер юлы бер нисә йүнәлеш буйынса алып барыла: ҡалдыҡтарҙы сорттарға айырыу һәм эшкәртеү өсөн инфраструктура булдырыу, сүплектәрҙе бөтөрөү һәм һыу ятҡылыҡтарын таҙартыу, урмандарҙы һаҡлау, атмосфераға ҡалдыҡтарҙы кәметеү. Шулай уҡ экологик туризмды үҫтереү һәм хайуандарҙың һирәк төрҙәрен һаҡлау.

Фото: Урман хужалығы министрлығы. 

Автор:
Читайте нас: