Һөнәри оҫталыҡ буйынса “Профессионалдар” чемпионатының төбәк этабының эшлекле программаһы сиктәрендә “Урмандан файҙаланыу һәм урман тергеҙеү инженерияһы”, “Урман таксацияһы” һәм “Ландшафт дизайны” компетенциялары буйынса Өфөләге “Лимонарий” урман-техник техникумының уҡыу-тәжрибә хужалығында “Хәҙерге донъяла экологияның роле” ғилми-ғәмәли конференцияһы үтте.
Сараны “Экологик именлек” милли проектының (национальный проект “Экологическое благополучие”)“Урмандарҙы һаҡлау” федераль проекты эгидаһы аҫтында ойошторҙолар. Ул йәштәр араһында экологик белемде популярлаштырыуға йүнәлтелгән.
Конференцияла ҡатнашыусыларға сәләмләү һүҙе менән һәм фәнни, ижади уңыштар теләп, Республика балалар экология-биология үҙәге директоры Екатерина Кошелева мөрәжәғәт итте. Экологик именлек өсөн шәхси яуаплылыҡты тәрән аңлау - һәр кемдең тәү сираттағы бурысы, тип билдәләне ул.
Конференция сиктәрендә Өфө урман-техник техникумы студенттары Башҡортостан Республикаһының көнүҙәк экологик проблемаларын, шулай уҡ хәүефле тәбиғәт процестары эҙемтәләрен кәметеү юлдарын асыҡлаусы докладтар менән сығыш яһаны.
Фекер алышыуҙарҙан һуң сарала ҡатнашыусылар, экология өлкәһендә белем алмашыу йәш ғалимдарҙың кәрәкле потенциалын туплаясаҡ һәм хәҙерге йәмғиәттең экологик хәүефенә ҡаршы тороу һәм тотороҡло үҫеше өсөн шарттар булдырасаҡ, тигән берҙәм фекергә килде.
Фото: Урман хужалығы министрлығы.