“Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының (национальный проект “Жилье и городская среда”) “Таҙа һыу” федераль проектына ярашлы, Бөрө ҡалаһында һыу менән тәьмин итеү объекттарын төҙөү буйынса эш тамамланды. Был турала республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалығы хәбәр итә.
Һыуҙың төп сығанағы булып Ағиҙел йылғаһынан фильтр аша үткәрелгән һыу тора. Бығаса эшләп килгән һыу йыйыу ҡоролмаһы 1974 йылда файҙаланыуға тапшырыла һәм мөмкинлектәрҙең сигендә эшләп килә – тәүлегенә 5 мең куб метрға тиклем һыу етештерә.
-Бөрөлә проектты тормошҡа ашырыу сиктәрендә 12 яңы скважина бырауланды. Һөҙөмтәлә һыу йыйыу ҡоролмаһының етештереүсәнлеге тәүлегенә 15 мең куб метрға тиклем артты. Шулай уҡ бында һыуҙы таҙартыу станцияһы төҙөлдө. 44,9 километр оҙонлоғонда хужалыҡ-эсеү һыу үткәргесе һалынды. Бынан тыш биләмәне электр менән тәьмин итеү, яҡтыртыу, йәйәүлеләр юлының япмаһын эшләү буйынса саралар күрелде. Объекттың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса ла эштәр башҡарылды. Былар барыһы ла 44, 3 меңләп кешене сифатлы һыу менән тәьмин итергә ярҙам итте, - тине Рәсәйҙең Төҙөлөш министрлығының проект дирекцияһы етәксеһе Динә Сәфиуллина.
Фото: “Башҡортостан” ДТРК-һы сайтынан.