Даирә
+21 °С
Болотло
Милли проекттар
31 Ғинуар 2025, 04:57

Был урындарҙа булғы килә

Федераль проект Башҡортостандың йәмәғәт киңлектәрен төҙөкләндерә.     

Был урындарҙа булғы киләБыл урындарҙа булғы килә
Был урындарҙа булғы килә

2025 йылда Башҡортостан Республикаһы йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереүгә федераль ҡаҙна иҫәбенә байтаҡ аҡса аласаҡ, тип хәбәр итә төбәк Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы.

Ҡала һәм райондарҙа “Йәшәү өсөн инфраструктура” яңы милли проектының (национальный проект "Инфраструктура для жизни") “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проекты буйынса төҙөкләндереләсәк 94 урын билдәләнгән дә инде. Бының өсөн бүленгән аҡсаның дөйөм күләме - 1,2 миллиард һумдан ашыу.

Айырыуса республика райондарының административ үҙәктәрен төҙөкләндереүгә ҙур иғтибар биреләсәк. Бының өсөн финанслау тәртибе үҙгәрҙе: әгәр 2024 йылда аҡсаның дөйөм суммаһынан 70 проценты – ҡалаларға, 30 проценты ауыл биләмәләренә бүленһә, 2025 йылда ҡалаларға – 56 проценты, ә ауыл биләмәләренә 44 проценты бүленәсәк.

“Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” программаһы буйынса төҙөкләндерелгән объекттарҙы урындағы халыҡ Бөтә Рәсәй онлайн-тауыш биреү барышында һайлай. 2024 йылда проекттарҙы һайлауҙа республиканың 974 мең кешеһе ҡатнашты. Башҡортостан - тауыш биреүселәр һаны буйынса лидер.

Шулай уҡ 2025 йылда республикала Бөтә Рәсәй бәләкәй ҡалаларҙа һәм тарихи ауылдарҙа уңайлы ҡала мөхите булдырыу конкурсында еңеү яулаған биш проект ғәмәлгә ашырыла башлаясаҡ. Бының өсөн йәлеп ителгән федераль аҡсаның дөйөм күләме 1,6 миллиард һумдан ашыу тәшкил итә.

Рәсәйҙең Төҙөлөш министрлығынан грантты “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты ярҙамында түбәндәге проекттар аласаҡ: Бәләбәйҙә “Новаторҙар бульвары”, Нефтекамала “Нефтекама: ваҡыт күсәре”, Благовещенда “Воскресенск рәттәре”, Салауат ҡалаһында “Салауат: ысынбарлыҡ аша ете төш” һәм Учалыла “Урал батыр юлы”.

– Федераль финанслау арҡаһында тағы ла күберәк яңы, уңайлы йәмәғәт биләмәләре барлыҡҡа киләсәк. Шуныһы мөһим: парктарҙы, скверҙарҙы, яр буйҙарын төҙөкләндереп кенә ҡалмайбыҙ, плиткаларҙы алмаштырабыҙ һәм эскәмйәләр ҡуябыҙ - биләмәләрҙе яңынан асып, ысынлап та ҡыҙыҡлы урындарға әүерелдерәбеҙ, - тип билдәләне Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров.

Фото: Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы. 

Автор:
Читайте нас