Өфө вуз-ара кампусының Өфө дәүләт нефть-техник университетының VR-технологиялар һәм робот техникаһы лабораторияһында студенттар роботтарҙы өйрәнеп кенә ҡалмай, уларҙы һөйләшергә лә өйрәтә. Был саралар “Фән һәм университеттар” милли проектына ярашлы (национальный проект “Наука и университеты”) башҡарыла.
Робот ярҙамында ӨДНТУ-ның Евразия политехник мәктәбе студенттары лабораторияла шөғөлләнеп программалауҙы әүҙем өйрәнә. Яҙғы семестрҙа уҡыу дауам итәсәк.
-Был белем биреүҙә лә, һөнәри йүнәлештә лә ярҙам итә. Мәҫәлән, беҙҙең робот абитуриенттарға юғары уҡыу йорто тураһында һөйләй, уларҙың факультеттар тураһында һорауҙарына яуап бирә ала. Бының өсөн беҙ база булдырҙыҡ, уны әленән-әле яңыртып, тулыландырып торабыҙ. Беҙ роботтарҙы төрлө телдәрҙә, хатта башҡортса һөйләшергә, һорауҙарға яуап бирергә өйрәтә алабыҙ, - тине ӨДНТУ-ның VR-технологиялар һәм робототехника лабораторияһының кесе ғилми хеҙмәткәре Андрей Бодылев.
Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса тормошҡа ашырыла.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.