Даирә
0 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
13 Ғинуар , 09:12

Туймазыла “Эшкәртеүгә шыршылар” экоакцияһы үтә

2025 йылдың 1 ғинуарынан “Экологик именлек” яңы милли проектын ғәмәлгә ашырыу башлана, ул “Экология” милли проектына алмашҡа килә.

Туймазыла “Эшкәртеүгә шыршылар” экоакцияһы үтә
Туймазыла “Эшкәртеүгә шыршылар” экоакцияһы үтә

Туймазыла “Экология Т” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең төбәк операторы йыл һайын яңы йыл ағастарын ҡабул итеү пункттарын ойоштора. Ылыҫлы ағастарҙы эшкәртеү “Экология” милли проектын тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итә. 2025 йылдың 1 ғинуарынан “Экологик именлек” (национальный проект "Экологическое благополучие") яңы милли проектын ғәмәлгә ашырыу башлана, ул “Экология” милли проектына алмашҡа килә. Был милли проект та ил Президенты Владимир Путиндың тәҡдиме менән дауам итә.

Ғәҙәттәгесә, ғинуарҙа Туймазы ҡалаһында төбәк операторы махсус контейнерҙар (бункерҙар) ҡуя, унда муниципалитетта йәшәүселәр кипкән ағастарҙы эшкәртеүгә тапшыра. Быйыл ылыҫлы ағастарҙы ҡабул итеү пункттары 18 һәм 25 ғинуарҙа Мичурин урамы,12 һәм Фабрика урамы,14 “А” адрестары буйынса ойоштороласаҡ. Шыршыларҙы көндөҙгө сәғәт 12-нән 3-кә тиклем ҡабул итәләр. Акцияла ҡатнашыусыларҙы татлы һый көтә. Ылыҫлы ағас мишура, уйынсыҡтар, гирляндалар һәм башҡа Яңы йыл биҙәүестәренән таҙартылырға тейеш.

– Йыйылған шыршылар, ҡарағайҙар, аҡ шыршылар һәм башҡа ылыҫлы ағастар ваҡлауға, һуңынан ҡабаттан файҙаланыуға йүнәлтеләсәк, – тип хәбәр итте "Экология Т" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Илнур Шакиров.

Махсус сәнәғәт шредеры ярҙамында ағастарҙы юнысҡыға ваҡлайҙар. Шыршыны ауыл хужалығында ашлама итеп ҡулланырға мөмкин, шулай уҡ уны өшөүҙән һәм ҡый үләндәренән һаҡлау өсөн тупраҡҡа төшөрәләр. Тағы ла юнысҡыны фермер хужалыҡтарында һәм зоопарктарҙа ҡайһы бер хайуандар өсөн аҙыҡ һәм түшәмә итеп файҙаланырға мөмкин.

Фото: Туймазы ҡалаһы хакимиәте. 

Автор:
Читайте нас: