Даирә
0 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
10 Ғинуар , 09:13

Лицензиялау эшмәкәрлегенә – “бишле”!

780 респондент лицензия эшмәкәрлеге менән ҡәнәғәт булыуын белдергән.

Лицензиялау эшмәкәрлегенә – “бишле”!
Лицензиялау эшмәкәрлегенә – “бишле”!

2024 йылда медицина эшмәкәрлеген лицензиялау барышын юғары баһалаған респонденттар өлөшө артҡан. Был хаҡта Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итә.

– Һорау барышында 780 респондент лицензия эшмәкәрлеге менән ҡәнәғәт булыуҙарын белдерҙе. Уны яҡшыртыу буйынса әлегә тәҡдимдәр булманы, – тине министрлыҡтың лицензиялар бүлеге начальнигы Эльвира Тәхәүетдинова.

Һаулыҡ һаҡлау министрлығы медицина ойошмаларына  лицензия алыуҙа төрлө яҡлап  ярҙам күрһәтә. Ошо маҡсатта  консультация биреү һәм методик ярҙам күрһәтеү буйынса “ҡыҙыу бәйләнеш” ойошторолған. Лицензиялау тураһында бөтә мәғлүмәт министрлыҡтың рәсми сайтында бар. Хәҙерге ваҡытта медицина эшмәкәрлеген алып барыуға лицензия рәсмиләштереүгә 15 көн етә, ә ҡабаттан документ алыуҙы ун көн эсендә башҡарырға мөмкин.

Рәсәй Президенты Вадимир Путин 2025 йылдың 1 ғинуарынан старт алған яңы милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу буйынса күрһәтмә бирҙе. Яңы “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын дауам итәсәк һәм ауылдарҙа ғүмер оҙайлығын арттырыуға, әсәлек, атайлыҡ, репродуктив һаулыҡты һаҡлау буйынса комплекслы программаны тормошҡа ашырыуға йүнәлтеләсәк. Был милли проектты тормошҡа ашырыу өсөн 2030 йылға тиклем  бер триллион һумдан ашыу финанс бүленәсәк.

Фото:Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2025-01-09/litsenziyalau-eshm-k-rlegen-bishle-4078687

Автор:
Читайте нас: