Даирә
0 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
17 Декабрь 2024, 09:41

Беҙҙекеләрҙе белегеҙ!

Сибайҙан Әлмира Аллаярова "Туристик сувенир 2024" бөтә Рәсәй конкурсында дипломға лайыҡ булды. 

Беҙҙекеләрҙе белегеҙ!
Беҙҙекеләрҙе белегеҙ!

Сибайҙан Әлмира Аллаярова 2024 йылда “Туристик сувенир” Бөтә Рәсәй конкурсының республика этабында ҡатнашты һәм конкурста ҡатнашыусы дипломына лайыҡ булды.

“Туристик сувенир” “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү”  милли проектын ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә уҙҙы һәм туристик сувенирҙар индустрияһын үҫтереүгә, продукцияның иң яҡшы өлгөләрен асыҡлауға йүнәлтелде. Ул бер нисә федераль туристик премияны, мәғариф проекттарын һәм тотош профессионалдар берләшмәһен берләштерҙе. Республика конкурсының номинациялар исемлегенә этнографик сувенир, ҡала сувениры, төбәк сувениры, гастрономик сувенир (аҙыҡ), гастрономик сувенир (эсемлектәр), ваҡиға сувениры, туристик маршрут сувениры һәм башҡалар индерелде.

Әлмира Аллаярова бына ете йыл инде сәйләндән һәм тәбиғи таштарҙан биҙәүестәр эшләй. Шулай уҡ уның ассортиментында сәйләндән сумкалар һәм тәңкәләр бар. Бөтә изделиелар ҙа ҡулдан эшләнә, тимәк, уларҙың һәр береһе үҙенсәлекле. Сөнки һуңғы һөҙөмтәгә файҙаланылған материалдар ғына түгел, шулай уҡ күңел торошо, заказсының теләге лә йоғонто яһай.

Конкурста ҡатнашыу эшҡыуарға үҙенең ижади һәләттәрен күрһәтергә һәм төбәктә туризмды үҫтереүгә ҙур өлөш индерергә мөмкинлек бирҙе.

Билдәле булыуынса, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

Фото: Сибай ҡалаһы хакимиәте.

 

 

Автор:
Читайте нас: