Башҡортостан ирекмәндәре 182 тоннанан ашыу макулатура йыйыуға өлгәшкән һәм ил төбәктәре араһында бишенсе урынға сыҡҡан. Макулатураны мәктәп уҡыусылары, студенттар, ирекмәндәр, дәүләт һәм шәхси предприятиелар хеҙмәткәрҙәре, ғөмүмән, экология тураһында хәстәрлек күргән төрлө әүҙемселәр тапшырған.
– “БумБатл” акцияһында ҡатнашыу беҙҙең өсөн экологик мәҙәниәт һәм тәбиғәткә аңлы ҡараш тәрбиәләүсе яҡшы традицияға әүерелә бара. Акцияла ҡатнашыу һөҙөмтәһендә һәр кем тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға һәм ҡағыҙ ҡалдыҡтарын кәметеүгә үҙ өлөшөн индерә алды, – тип билдәләне Башҡортостан Республикаһының тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры вазифаһын башҡарыусы Нияз Фазылов.
Күләмле сарала илдең 89 төбәгенән 3 миллиондан ашыу кеше ҡатнашҡан.
– Ирекмәндәргә макулатура йыйыуҙы ғәҙәткә индерер, тип ышанабыҙ, – тине “Экосистема” хәрәкәтенең рәйестәше Андрей Руднев.
“Экосистема” хәрәкәтенең макулатура йыйыу буйынса “БумБатл” Бөтә Рәсәй акцияһы “Экология” милли проектына булышлыҡ итеү маҡсатында уҙғарыла. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.
Автор:Алексей ШИЛЬНИКОВ.