Даирә
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
20 Ноябрь , 09:43

Күберәк юл ремонтлана

2024 йылда Өфө агломерацияһында уҙған йылға ҡарағанда 31,5 процентҡа күберәк юл ремонтланған. 

Күберәк юл ремонтлана
Күберәк юл ремонтлана

2024 йылда Башҡортостандың Өфө агломерацияһында “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә 33 километрҙан ашыу төбәк һәм муниципаль-ара юлдар ремонтланған. Был 2023 йылға ҡарағанда 31,5 процентҡа күберәк.

Уҙған йылда Өфө агломерацияһында ошондай 22,8 саҡрым юл йүнәтелгән. Благовещен, Ҡырмыҫҡалы, Кушнаренко, Өфө һәм Шишмә райондарында урынлашҡан 12 юл участкаһы норматив хәлгә килтерелде.

"Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса ҙур булмаған тораҡ пункттарҙа йәшәүселәрҙе транспорт бәйләнеше менән тәьмин иткән туристик объекттарға илткән юлдарға айырыуса иғтибар бүләбеҙ. Шулай итеп, Благовещен - Павловка, Өфө - Охлебинин кеүек туристик йүнәлештәге юл участкалары төҙөкләндерелде. Шулай уҡ Өфө - Шишмә, Булгаков - Боҙаяҙ, Дим - Затон, Дмитриевка - Кушнаренко интенсив хәрәкәте менән юлдар норматив хәлгә килтерелде, - тип һөйләне Башҡортостан Республикаһының транспорт һәм юл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Любовь Минакова.

“Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты буйынса 2024 йылда 151 километр юлды ремонтлау күҙаллана. Шуның 55 километры – терәк селтәр юлдары. 16 күпер ремонтлана, уларҙың 372 погон метрҙан ашыуы быйыл сафҡа индерелә. Барлыҡ эштәрҙе 2024 йылдың аҙағына тиклем тамамлау күҙаллана.

“Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты (национальный проект "Безопасные качественные дороги") “2030 йылға тиклемге осорға Рәсәй Федерацияһын үҫтереүҙең милли маҡсаттары һәм стратегик бурыстары тураһында” ил Президенты Владимир Путиндың Указы положениеларын үтәү маҡсатында Рәсәйҙең Транспорт министрлығы тарафынан әҙерләнгән. Милли проекттың масштабы бөтә илде солғап ала, унда Рәсәйҙең 84 субъекты ҡатнаша.

Фото: Юл һәм транспорт министрлығы.

Автор:
Читайте нас: