Ләйсән менән Марс Шәйәхмәтовтар – Ғафури районының Толпар ауылынан. Кәртәләре артынан Еҙем аға, тирә-яҡтан тау-ҡаялар, ылыҫлы урмандар уратып алған. Был хозурлыҡты күреү өсөн район үҙәге Красноусолдан машинала сәғәттән ашыу ҡырсын юл буйлап барырға кәрәк. Кәрәҙле бәйләнеш тә булмаған төпкөл ауылда Шәйәхмәтовтар инде дүрт йылға яҡын туристик эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә.
– Һөнәрем буйынса уҡытыусымын. Ауылда мәктәп ябылғас, эшемде юғалттым. Ирем себерҙә вахта ысулы менән эшләй ине, ҡыҙым колледжға уҡырға китте, ә улыбыҙҙы район үҙәгенә интернат-гимназияға ебәрергә тура килде. Шулай итеп, өйҙә япа-яңғыҙ тороп ҡалдым. Бер ялға ҡайтҡанында Айгүзәл ҡыҙым туристар саҡырып аҡса эшләргә кәңәш итте. Мин яуап биреп тә өлгөрмәнем, социаль селтәрҙә төркөм булдырып, иғландар яҙып, беренсе туристарҙы табып та ҡуйҙы, – ти Ләйсән Тимерйән ҡыҙы.
Хужабикә эште нимә бар, шунан башлай: туристарҙы өйөнөң буш бүлмәләренә индерә, үҙҙәре көндәлек бешереп ашаған ризыҡтарҙы әҙерләй, өҫтәмә хаҡҡа мунса яға, ә балалар, ат егеп, ҡунаҡтарҙы Мәмбәт ҡаяһына алып бара.
– Ауылда эш юҡ, тигән булып, йылдар буйы ситтә йөрөнөм. Ҡәҙерен белһәң, йәшәп ятҡан еребеҙ үҙе ҙур байлыҡ икән, – ти ғаилә башлығы Марс Шәйәхмәтов. – Мин – үҙмәшғүллек менән шөғөлләнеүсе, ҡатыным шәхси эшҡыуар булараҡ теркәлдек. Ауылдаштарға ла аҡса эшләү мөмкинлеген бирәбеҙ. Мәҫәлән, туристарҙы ҡаргиҙгестә, атта алып йөрөтөргә саҡырабыҙ, ҡайһы берәүҙәр ҡунаҡтарыбыҙға үҙҙәре етештергән ит һәм һөт ризыҡтарын һата.
Тәүге ике йыл самаһы Шәйәхмәтовтар ҡунаҡтарҙы үҙ өйөнә индереп йоҡлатһа, былтыр урам эсенә тирмә ҡуйғандар. Ул мейес менән йылытыла, шуға унда йыл әйләнәһенә йәшәргә мөмкин.
Әйткәндәй, тирмәне һатып алыу өсөн ғаилә “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проектына (национальный проект “Туризм и индустрия гостеприимства”) ярашлы бирелгән дәүләт ярҙамынан файҙаланған. Рәсәй президенты Владимир Путиндың ҡарарына ярашлы, был милли проект илдә 2021 йылдан тормошҡа ашырыла.
Фото һәм видео: Шәйәхмәтовтарҙың шәхси архивынан.