Даирә
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
18 Октябрь , 09:41

Уңайлы һәм заманса!

Алыҫ райондар халҡын дауалау өсөн мөмкинлектәр арта.    

Уңайлы һәм заманса!
Уңайлы һәм заманса!

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы, республика стоматология поликлиникаһы мобиль дауалау-иҫкәртеү “Стоматология” модулен алды. Ул өлкәндәргә сифатлы һәм заманса стоматология ярҙамы күрһәтеү өсөн тейешле ҡорамалдар менән йыһазландырылған.

Мобиль модуль насар юлдарҙан да үтеү мөмкинлегенә эйә, бер эш урынына иҫәпләнгән. Мобиль поликлиника тулыһынса автономлы медицина учреждениеһы булып тора, белем биреү, дәүләт  учреждениеларында, предприятиеларҙа күсмә тикшереүҙәр үткәрергә мөмкинлек бирә, шулай уҡ республиканың төпкөл ауылдарына сығып, стоматология хеҙмәттәрен күрһәтеүгә шарттар тыуҙыра.

–Мин күсмә  “Стоматология” медицина комплексы алыныуы менән бик ҡәнәғәтмен.  Мобиль кабинет иҫкәртеү стоматология тикшереүҙәре  һәм дауалау үткәреү өсөн заманса медицина ҡорамалдары менән йыһазландырылған. Алыҫ райондар халҡын дауалау өсөн мөмкинлектәр арта, стоматология ярҙамы яҡыная бара, – ти стоматология поликлиникаһының бүлексә мөдире Инна Дәүләтова.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологиялар индереү мөһим бурыстар булып тора.

”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение) төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновациялы медицина технологиялары индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанцияла мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.

Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн.

 Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.

 

Автор:Дина Арсланова
 
 
 
 
Уңайлы һәм заманса!
Уңайлы һәм заманса!
Уңайлы һәм заманса!
Автор:
Читайте нас: