Даирә
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
18 Октябрь , 09:40

Күп ҡалманы

Баш ҡалала милли проект буйынса юлдарҙы төҙөкләндереү тамамлана.     

Күп ҡалманы
Күп ҡалманы

Өфөлә “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты буйынса урам-юл селтәрен ремонтлау эштәре тамамланыуға яҡынлаша. Бөгөнгә бөтә объекттарҙың әҙерлек кимәле 92,5 процент тәшкил итә.

Ағымдағы төҙөлөш миҙгелендә Башҡортостандың баш ҡалаһында 30,87 километр оҙонлоҡтағы урындағы әһәмиәттәге 14 юл участкаһын яңыртыу планлаштырылғайны. Әлеге ваҡытта туғыҙ объектта ремонт тулы күләмдә тамамланған, ике участка тамамланып килә.

Ремонт эштәрен башҡарыу сиктәрендә иҫке асфальт-бетон япмаһы яңыһына алмаштырыла, борт таштары һәм техник һыҙаттар тәртипкә килтерелә, тротуарҙар ремонтлана. Эштәр тамамланғас, барлыҡ участкаларҙа ла горизонталь рәүештә термопластик юл билдәләре һыҙыла.

Бөгөн подряд ойошмалары Өфө йылғаһының Яр буйы (Замандаштар урамынан алып Маршал Жуков урамына тиклем), Шәфиев (Шәфиев урамындағы 14-се йорт янындағы ихатаға ингән ерҙән алып Рихард Зорге урамына тиклем), Совет (Рощинский урамынан алып Берҙәмлек урамына тиклем) урамдарында ремонт эштәрен дауам итә. Заказсы вәкиле әйтеүенсә, объекттарҙа эштәрҙе контракттарҙа ҡаралған ваҡытта тамамлау планлаштырыла.

“Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты (национальный проект "Безопасные качественные дороги") “2030 йылға тиклемге осорға Рәсәй Федерацияһын үҫтереүҙең милли маҡсаттары һәм стратегик бурыстары тураһында” ил Президенты Владимир Путиндың Указы положениеларын үтәү маҡсатында Рәсәйҙең Транспорт министрлығы тарафынан әҙерләнгән. Милли проекттың масштабы бөтә илде солғап ала, унда Рәсәйҙең 84 субъекты ҡатнаша.

Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәте.

 

Автор:Альфия Мингалиева
 
 
 
 
Автор:
Читайте нас: