Даирә
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
15 Октябрь , 14:09

Өфөлә йүкәләр һаны артты

Ҙур ағастар тиҙ берегеп китәсәк ти белгестәр

Өфөлә йүкәләр һаны артты
Өфөлә йүкәләр һаны артты

Өфөлә Кольская урамында ҙур йүкә ултыртылған. Урамды ремонтлау "Хәүефһеҙ сифатлы юлдар" милли проекты сиктәрендә үтте, тип аңлатма бирҙе ҡаланың Октябрь районы хакимиәте башлығы Сергей Плотников.

«Быйыл Октябрь проспекты менән Российская урамы араһындағы үткәүел комплекслы ремонтланды. Төҙөкләндереү эштәре атҡарғанда ағастарҙы ки:ергә тура килде. Хәүефһеҙлек сараларына айырым иғтибар бүленде: урам көслө ел иҫкәндә ҙур хәүеф тыуҙырған иҫке ағастарҙан таҙартылды. Ҡартайған ағастар урынына яңылары ултыртылды. Сара "Йәшел Башҡортостан" акцияһы сиктәрендә үтте, – тине район башлығы.

Билдәле булыуынса, “Экология” (национальный проект “Экология”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

 

Фото баш ҡаланың Октябрь районы хакимиәтенән алынды.

 

https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2024-10-15/f-l-y-k-l-r-any-artty-3968016 

Автор:
Читайте нас: