“Мәҙәниәт” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Учалы ҡалаһының яңы быуын Үҙәк район китапханаһы “Йәшлеккә осош” ретро-кисәһен үткәргән.
Стюардесса-алып барыусылар ҡунаҡтарҙы СССР тип аталған уларҙың йәш сағы иленә мауыҡтырғыс сәйәхәткә саҡырҙы. Самолет бортына китапхана эше башында торған кешеләр йыйылды. Улар шатлыҡтар һәм уңыштар, юғалтыу һәм ауырлыҡтар менән ҙур тормош юлын үткән һәм ғорурлыҡ менән “Минең тарихым китапхана тарихына бәйле” тип әйтә ала.
Пассажирҙарға төрлө хеҙмәттәр тәҡдим ителде: музыкаль, мәғлүмәти һәм мәҙәни-күңел асыу. Ваҡыттарын уңайлы һәм файҙалы итеп үткәрер өсөн ҡунаҡтар йәш саҡтары тураһында хәтирәләре менән уртаҡлашты, ҡыҙыҡлы тарихтар һөйләне, караокеға йырҙар башҡарҙы, викториналарҙа ҡатнашты. Сара презентация менән бергә алып барылды, унда үткән йылдарҙан иҫке фотолар тәҡдим ителде.
Уйлап сығарылған самолет бортында китапхана эше ветерандары йыйылды, улар - Учалы районының китапхана системаһын булдырыусылар. Ауыр һуғыштан һуңғы йылдарҙа тыуып үҫеүҙәренә ҡарамаҫтан, улар тормошҡа һөйөү, ҡыуаныс һәм оптимизмдарын һаҡлап ҡалған.
Билдәле булыуынса, “Мәҙәниәт" (национальный проект “Культура”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.
Фото: Учалы районы хакимиәте.