Даирә
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
11 Октябрь , 14:17

Маҡсат - бер миллион ағас ултыртыу

Бәләбәй районының урман фонды алты мең яңы ағас менән тулыланды.

Маҡсат - бер миллион ағас ултыртыу
Маҡсат - бер миллион ағас ултыртыу

Башҡортостанда “Урманды һаҡлайыҡ” Бөтә Рәсәй акцияһы дауам итә. Был экологик башланғыс ултыртылған ағастар һаны буйынса илдә иң ҙуры булып тора һәм Рәсәй халҡы араһында иң танылған өс экологик сара иҫәбенә инә. Акция 2019 йылдан “Экология” милли проектының “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проекты ярҙамында үткәрелә.

Сараны Бәләбәй районында ла әүҙем күтәреп сыҡтылар, бында бер ярым гектар майҙанда алты мең ҡарағай үҫентеһе ултыртылды.

– Тирә-яҡ донъяға яуаплы ҡараштың йәшәү нормаһына әйләнеүе ҡыуандыра һәм “Урманды һаҡлайыҡ” урманды тергеҙеү акцияһына йыл һайын күберәк кеше ҡушыла, – тине Бәләбәй урман хужалығы директоры Азат Зәләев.

Йылдың-йылы акция төбәктә йәшәүселәр араһында популярлыҡ яулай бара. Былтыр унда 80 мең самаһы кеше ҡатнашҡайны. Улар 1300 гектар майҙанда йәмғеһе 4,5 миллиондан ашыу үҫенте ултыртты.

Быйыл акция 21 октябргә тиклем дауам итәсәк. Башҡортостан урмансыларының маҡсаты – бер миллион ағас ултыртыу.

Билдәле булыуынса, “Экология” (национальный проект “Экология”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

Фото: Урман хужалығы министрлығы.

https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2024-10-09/ma-sat-ber-million-a-as-ultyrtyu-3961270 

Автор:
Читайте нас: