Даирә
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
11 Октябрь , 14:14

Халыҡтың яратҡан урынына әйләнде

"Был – һуғыш һәм хеҙмәт ветерандарына хөрмәт билдәһе”, - тип хәбәр иттеләр министрлыҡтан.

Халыҡтың яратҡан урынына әйләнде
Халыҡтың яратҡан урынына әйләнде

Саҡмағош районының Саҡмағош ауылында Хеҙмәт даны аллеяһын тантаналы астылар, тип хәбәр итте республиканың Торлаҡ һәм коммуналь хужалыҡ министрлығының матбуғат хеҙмәте.

“Йәмәғәт биләмәһе хеҙмәт яратҡан саҡмағоштар һәм уларҙың данлы ҡаҙаныштарына арнап төҙөлдө. Сквер районда йәшәүселәрҙең Бөйөк Ватан һуғышындағы Еңеүгә тос өлөшөн раҫлай. Был – һуғыш һәм хеҙмәт ветерандарына хөрмәт билдәһе”, - тип хәбәр иттеләр министрлыҡтан.

Үҙгәртеп ҡороу проекты йәйәүлеләр өсөн һуҡмаҡтарҙы булдырыуҙы, парк яҡтыртҡыстарын, эскәмйәләр ҡуйыуҙы, сәскәләр ултыртыуҙы күҙаллай ине. Фонтан һәм арт-объект – сквер биҙәге. “Йәшел Башҡортостан” акцияһына ярашлы, урында йәшәүселәр аллеяны булдырҙы.

“Хеҙмәт даны скверы, башҡа парктар менән бер рәттән, халыҡты йәлеп итеү урынына, саҡмағоштарҙың яратҡн урынына әйләнде”, - тип белдерҙе Саҡмағош районы хакимиәте башлығы Реканс Йәмәлиев һәм “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” проектына ярашлы был биләмәне яңыртыу өсөн тауыш биреүселәргә рәхмәт белдерҙе.

Был проект Рәсәй Президенты Владимир Путиндың "май" указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты (национальный проект “Жилье и городская среда” по "майским" указам Владимира Путина) бурыстарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә.

Сығанаҡ, фото: Башҡортостандың Торлаҡ һәм коммуналь хужалыҡ министрлығы.

 

https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2024-10-09/haly-ty-yarat-an-urynyna-yl-nde-3961402 

Автор:
Читайте нас: