Даирә
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
11 Октябрь , 14:20

Еләк йыйырға экскурсия ойошторалар

Башҡортостанда «Фермерҙар мәктәбе» федераль белем биреү проектын тамамлаусылар конкурсы һөҙөмтәләре буйынса Баҡалы фермерының бизнес-планы иң яҡшыһы тип танылды.

Еләк йыйырға экскурсия ойошторалар
Еләк йыйырға экскурсия ойошторалар

Еңеүсе туғыҙынсы уҡыу ағымының сығарылыш эштәрен яҡлау һөҙөмтәләре буйынса билдәләнде.

Илдар Ғайсин «Агротуризм» йүнәлешен һайлай. Эшҡыуар үҙ хужалығында еләк үҫтерә һәм киләсәктә махсуслашҡан турҙар ойошторорға ниәтләй.

- Башҡортостанда фермер мәктәбе проекты популярлығын һаҡлап ҡала. Белем биреү процесының сифаты фермерҙарыбыҙ талаптарына яуап бирә, шуға күрә улар яғынан яңы белемгә ихтыяж бар, — тине Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары  – ауыл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Илшат Фәзрахманов. - Беҙ яҡын киләсәктә баҙарҙа кәрәк булған иң популяр уҡыу йүнәлештәрен алдан һайлайбыҙ. Һуңғы йылдарҙа ҙур ихтыяж менән файҙаланған агротуризм йүнәлешен тормошҡа ашырыу оҫталығы хәҙерге заман фермерҙарының күбеһе өсөн файҙалы булыр, тип ышанам.

Грант алыусы әйтеүенсә, уның ғаиләһе еләк бизнесы менән күптән түгел генә шөғөлләнә башлаған, әммә бизнеста ниндәйҙер уңыштарға өлгәшкән дә инде.

“Беҙҙең эш башлауыбыҙға өс йыл, ошо ваҡыт арауығында еләк баҫыуҙарының майҙанын 30 сутыйҙан 10 гектарға тиклем арттырҙыҡ. Еләктән тыш, ҡурай еләге һәм ҡара ҡарағат үҫтерә башланыҡ. Күрше райондарҙа йәшәүселәр беҙгә уңыш йыйырға килә. Емеш-еләктең экологик яҡтан таҙа булыуы еләк яратыусыларҙы йәлеп итә”, - ти эшҡыуар.

Белем биреү проектында ҡатнашыр алдынан уҡ фермер бизнесты бер нисә йүнәлештә киңәйтергә кәрәклеген аңлаған. Үҫтерелгән еләктәрҙең майҙанын һәм ассортиментын арттырыуҙан тыш, процесты механизациялау тураһында ла уйлана. Шул уҡ ваҡытта туристик инфраструктура булдыра башлай: биләмәһендә урынлашҡан быуаны төҙөкләндерә, йәйге беседкалар төҙөй һәм батут менән балалар майҙансығы ҡуя.

“Фермер мәктәбендә уҡыу дөрөҫ йүнәлештә барыуыбыҙҙы күрһәтте. Проектта уҡытҡан эксперттар раҫлауынса, бизнес тотороҡло булһын өсөн уны төрләндерергә кәрәк, ә агротуризм яңы килем ағымдары булдыра”, — тип билдәләй Илдар.

Ғаиләләре менән килеүселәр иртән еләк йыйһа, һуңынан быуала һыу инеп, аквапаркта күңел асыу мөмкинлегенән файҙалана аласаҡ.

“Илдар Ғайсиндың бизнес-планы беҙгә иң уңышлы булып тойолдо. Туристарға еләктәрҙе үҙаллы йыйыу мөмкинлеге биреү идеяһы яңылыҡ түгел, ә питомникта эшләгәндән һуң уңайлы йорттарҙа ял итеү һәм аквапаркта күңел асыу мөмкинлеге биреү бик отошло”, — тине Рәсәй ауыл хужалығы банкыһының Башҡортостан бүлексәһе директоры Алексей Самсонов.

«Фермер мәктәбе» — Рәсәй ауыл хужалығы банкы, Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығының, Башҡортостан Хөкүмәтенең һәм Башҡорт дәүләт аграр университетының федераль белем биреү проекты. Проект 2020 йылдан тормошҡа ашырыла. Ошо осорҙа 275-ләп фермер профессиональ әҙерлек үткән. Бөтәһе проект Рәсәйҙең 81 төбәген үҙ эсенә ала, ете меңдән ашыу кеше уҡып сыҡҡан.

Фермерҙарға ярҙам милли проект сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Билдәле булыуынса, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

Фото Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығынан алынды.

Автор:
Читайте нас: