Башҡортостан микрокредит компанияһы Рәсәй банкы булышлығында илдең бер нисә төбәгендә тормошҡа ашырылған партнерлыҡ финанслауы программаһы буйынса бер миллион һум күләмендә тәүге заемдар бирҙе. Финанс ярҙамы үҙмәшғүлдәргә - күн эше оҫтаһына һәм бухгалтер хеҙмәттәре күрһәткән эшҡыуарға “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты сиктәрендә күрһәтелде.
- Халыҡты эш менән тәьмин итеүселәргә ярҙам итеүгә йүнәлтелгән программа проценттар өҫтәмәйенсә заемдар тәҡдим итә. Һөҙөмтәле финанс моделе уларға ҙур кредит сығымдарһыҙ финанслау алырға ярҙам итә. Заемдың максималь суммаһы 500 мең һум тәшкил итә, уны алты айҙан өс йылға тиклем ҡайтарыу ҡаралған, - тип билдәләне Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры вазифаһын башҡарыусы Зөһрә Гордиенко.
Процент урынына үҙенә эшләгән эшҡыуар билдәләнгән бүләкләү түләй, был финанс йөкләмәһен кәметергә һәм эшҡыуарҙар өсөн яңы шарттар булдырырға мөмкинлек бирә.
- Тәҡдим ителгән заем суммаһы үҙеңдең ҙур булмаған эшеңде башлау өсөн яҡшы ярҙамсы булыуы ихтимал. Заем физик йәки юридик шәхестәрҙең йәки шәхси эшҡыуарҙарҙың яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алыуы, шулай уҡ транспорт сараһы йәки күсемһеҙ милек рәүешендә залог булғанда бирелә, - тип өҫтәне “Башҡортостан Республикаһының бәләкәй эшҡыуарлыҡтың микрокредит компанияһы” автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы директоры Олег Могильников.
Билдәле булыуынса, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.
Фото: Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы.