Даирә
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
2 Октябрь , 16:53

Инәйгә ярҙам иттеләр

Пенсионер ныҡ ҡыуанған, рәхмәтен белдергән.    

Инәйгә ярҙам иттеләр
Инәйгә ярҙам иттеләр

Ололар көнө алдынан Башҡортостандың Тәтешле районы Шулған ауылы мәктәбе ҡарамағындағы “Үҫеш нөктәһе” тәбиғи-ғилми һәм технологик йүнәлештәге белем биреү үҙәгендә "Мәғариф" милли проекты сиктәрендә төрлө саралар: концерттар, өлкән быуын кешеләрен сәй эсереү ойошторолдо.

Шундай ваҡиғаларҙың береһе 8-се класс уҡыусыларының Мәүлидинә Шәйҙуллинаға ирекмәнлек ярҙамы булды. Ике сәғәт саф һауала эшләү йәштәргә файҙаға ғына, ә ололарға – баһалап бөткөһөҙ ярҙам. Урынға килеп еткәс, балалар тиҙ арала вазифаларҙы бүлде: малайҙар утын ташыны, икенселәре уны өйҙө. Эш күләме әҙ булманы, ләкин балалар берҙәм эш итеү һөҙөмтәһендә уны тиҙ арала тамамланы.

Башҡарылған эштәрҙән һуң уҡыусылар пенсионерҙың туғандарынан рәхмәт һүҙҙәрен ишетте. Балаларҙың ярҙамы һәр саҡ мохтаж граждандарҙың кәйефен яҡшырта, иртәгәһе көнгә ышаныс уята, күңел көсөн бирә.

"Һуңғы йылдарҙа ирекмәнлек эше тергеҙелә башланы. Беҙ, Шулған мәктәбе коллективы, үҙебеҙ өлгөһөндә йәштәребеҙҙе тәрбиәләргә тырышабыҙ: хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусыларға гуманитар ярҙам йыябыҙ. Мәктәбебеҙҙәге агрокластар картуф үҫтерҙе, уны һатыуҙан килгән аҡса МХО-ла ҡатнашыусыларға ебәреләсәк. Бындай саралар, шул иҫәптән Мәүлидинә Сабит ҡыҙына ярҙамыбыҙ ҙа ололарға ҡарата ихтирем, яуаплылыҡ, мәрхәмәтлелек тәрбиләй”, - тип билдәләне уҡыусылар.

Билдәле булыуынса, “Мәғариф” (национальный проект “Образование”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

Фото: Тәтешле районы хакимиәте.

 

 

 

 

 

Автор:
Читайте нас: