Йәрмәкәй ауылында балалар һәм өлкәндәр өсөн психологик-педагогик ярҙам үҙәге эшләй башланы. Был үҙәк “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты сиктәрендә асылды.
Үҙәк директоры Инга Родионова 20 йылдан ашыу педагогик өлкәлә эшләй. Ул ғүмерен балалар тәрбиәләүгә һәм үҫтереүгә арнаған. Бындай үҙәк асыу идеяһы менән ул Йәрмәкәй районы хакимиәтендә үткән "Эшҡыуарлыҡ сәғәте"ндә уртаҡлаша.
“Хәҙерге йәмғиәт үҙенең психологик һаулығы тураһында хәстәрлек күреүгә мохтаж. Финанс проблемалары, донъялағы иҡтисади һәм сәйәси хәл, шәхси ауырлыҡтар – кешенең психикаһына йоғонто яһаған берҙән-бер сәбәп түгел. Төрлө проблемалар даими йыйыла һәм хәл итеүҙе талап итә. Муниципаль район биләмәһендә әлеге ваҡытта балалар һәм өлкәндәр өсөн психологик-педагогик ярҙам үҙәктәре юҡ, был ошо йүнәлештә бизнесты үҫтереү һәм кәрәкле ярҙам күрһәтеү өсөн мөмкинлек бирә”, – тип иҫәпләй Инга Родионова.
Бөгөн үҙәк эшләй һәм үҫешә. Унда балалар өсөн төркөмдәр эшләй, белгестәр логопедик хеҙмәттәр күрһәтә, инглиз телен өйрәнеү курстары һәм башҡа саралар үткәрелә. Шулай уҡ төп һәм берҙәм дәүләт имтихандарының мәктәп программаһы буйынса репетиторлыҡ, художестволы ижад күҙаллана.
Билдәле булыуынса, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.
Фото: Йәрмәкәй районы хакимиәте.