Даирә
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
5 Сентябрь , 10:57

Медицина ярҙамын күрһәтеүҙең мөһимлеген аңлайҙар

Борай үҙәк район дауаханаһы поликлиникаһы яңыртылған.    

Медицина ярҙамын күрһәтеүҙең мөһимлеген аңлайҙар
Медицина ярҙамын күрһәтеүҙең мөһимлеген аңлайҙар

Борай үҙәк район дауаханаһы поликлиникаһын яңыртыу буйынса эштәр Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы алып барылған. Был хаҡта Борай районы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итте.

Һөҙөмтәлә канализация һәм һыу менән тәьмин итеү системаһы яңыртылған. Белгестәр эске генә түгел, тышҡы канализация селтәре торбаларын да алмаштырған. Бинала шулай уҡ һыу йылытҡыстар, раковиналар һәм медицина йыуғыстары ҡуйылған. Улар эш шарттарын яҡшырта, гигиенаны тәьмин итә. Бынан тыш, поликлиникала биш кабинет тәртипкә килтерелгән. Яңыртылған стоматолог-хирург, ике терапевт, отоларинголог һәм гинекология кабинеттары хәҙер заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған.

“Поликлиниканы заманлаштырыу – биналарҙың яңыртылыуы ғына түгел, медицина хеҙмәттәрен күрһәтеү өсөн уңайлы һәм хәүефһеҙ шарттарҙы булдырыу ҙа. Төбәк халҡы өсөн сифатлы медицина ярҙамын күрһәтеүҙең мөһим икәнлеген аңлайбыҙ. Был проект – быға сағыу миҫал”, - тип хәбәр итте Борай районы хакимиәте башлығы Рушан Гәрәев.

 “Рәсәй Федерацияһының һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын модернизациялау” федераль проекты 2022 йылдан “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыла. Уның маҡсаты – халыҡ ихтыяжын иҫәпкә алып, йәшәгән, уҡыған йәки эшләгән урын буйынса медицина ярҙамын күрһәтеү. Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса 2019 йылдан тормошҡа ашырыла.

Сығанаҡ, фото: Борай районы хакимиәте.

Автор:
Читайте нас: