Даирә
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
5 Сентябрь , 10:56

Компания льготалы лизинг ярҙамында килемде 10 процентҡа арттырырға ниәтләй

Лизинг буйынса ставкалар ете йылға тиклем 10-дан 12 процентҡа ҡәҙәр тәшкил итә. Бер килешеү буйынса финанслау күләме 50 миллион һумға тиклем ҡаралған.

Компания льготалы лизинг ярҙамында килемде 10 процентҡа арттырырға ниәтләй
Компания льготалы лизинг ярҙамында килемде 10 процентҡа арттырырға ниәтләй

Республиканың ҡала һәм райондарында Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты буйынса (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) маҡсатлы эш алып барыла.

Башҡортостан Республикаһының Төбәк лизинг компанияһы Октябрьский ҡалаһынан компанияның аҙ тонналы йөк автомобилен һатып алыуға 4,1 миллион һум күләмендә финанс ярҙамы күрһәтте. «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси  эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү» милли проекты сиктәрендә лизинг ярҙамы ойошмаға табышты 10 процентҡа арттырырға мөмкинлек бирәсәк.

- Урындағы компаниялар өсөн льготалы лизинг бизнесты үҫтереү өсөн бик яҡшы мөмкинлек бирә. Был ярҙам транспорт, техника һәм ҡорамалдар һатып алыуға башланғыс финанс сығымдарын кәметергә булышлыҡ итә, был ресурстар менән һөҙөмтәлерәк идара итеүгә килтерә, - тип билдәләне Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко.

“Төҙөүсе” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте эшмәкәрлегенең төп төрө - ағас материалдар, төҙөлөш материалдары һәм санитар-техник ҡорамалдар менән күмәртәләп сауҙа итеү. Яңы автомобиль һатып алыу продукцияны килтереү процесын ярайһы уҡ яҡшыртасаҡ, был компанияға табышты арттырырға ғына түгел, сит транспортты йәлеп итеүгә сығымдарҙы ла кәметергә мөмкинлек бирәсәк.

Башҡортостан Республикаһының Төбәк лизинг компанияһы төбәк биләмәһендә теркәлгән бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ компанияларына ярҙам күрһәтә. Лизинг буйынса ставкалар ете йылға тиклем 10-дан 12 процентҡа ҡәҙәр тәшкил итә. Бер килешеү буйынса финанслау күләме 50 миллион һумға тиклем ҡаралған.

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров билдәләүенсә, эшҡыуарлыҡҡа ярҙам күрһәтеү буйынса төбәк проекттарының маҡсаты - 2030 йылға төбәктә бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары һанын 170 меңгә тиклем арттырыу.

Билдәле булыуынса, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.

 

Автор:
Читайте нас: