Даирә
+28 °С
Болотло
Милли проекттар
9 Август 2024, 04:22

Беҙҙең «Кировец»

Ҡабаҡ ауылында ла эре инвестиция проекты – “Кировец-Өфө” етештереү-техник үҙәге йәмғиәте бойомға ашырыла. Ул Петербург трактор заводының рәсми дилеры булып тора. Бында “Кировец” маркалы ауыл хужалығы техникаһын, тағылмалы ҡоролмалар, ҡар таҙартҡыстар һәм башҡа изделиелар етештерә. Шулай уҡ предприятие юл-төҙөлөш һәм ауыл хужалығы техникаһын хеҙмәтләндерә.

Беҙҙең «Кировец»Беҙҙең «Кировец»
Беҙҙең «Кировец»

- 2019 йылда район хакимиәтендә уҙғарылған “Эшҡыуарлыҡ сәғәтен”дә производство базаһының генераль директоры Радик Хафизов “Кировец” производство базаһын төҙөү буйынса ҙур проект менән сығыш яһаны. Ә һуңынан республика башлығы Радий Хәбиров етәкселегендәге “Сәнәғәт сәғәтен”дә ҡатнашты һәм еңеп сыҡты.
Беҙ предприятиеның яңы техниканы һум ҡоролмаларҙы беҙҙең биләмәлә һынап ҡарауына шатбыҙ. Производство етәкселеге ауыл биләмәһенә һәр яҡлап ярҙам күрһәтә, - тип уртаҡлашты Ҡабаҡ ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Руслан Әйүпов.
Ауыл хужалығы техникаһын әҙерләү, хеҙмәтләндереү һәм төҙәтеү буйынса производство-техни үҙәкте 2020 йылдың июлендә астылар. Шул осорҙан бирле предприятие йылдан-йыл киңәйә Бында яңы производство биналары төҙөлә. Компания йәш кадрҙар әҙерләү буйынса әүҙем шөғөлләнә. 2021 йылда “Кировец-Өфө” производство-техник үҙәге Ауырғазы күп профилле колледждың Ҡырмыҫҡалы филиалында профиль класы асты. Студенттар бында трактор техникаһын ҡулланыу һәм төҙәтеү буйынса белем ала.

Бөгөн предприятие тотороҡло үҫешеп кенә ҡалмай, ә төрлө кимәлдәге семинарҙар, һәм шулай уҡ мәктәп уҡыусылары өсөн экскурсиялар үткәреү урыны ла булып тора.
Ғәлиә Кәримова.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас