Даирә
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Һыбай йөрөүгә һөйөү тәрбиәләй

Республикала йәшәүселәр социаль килешеү нигеҙендә адреслы социаль ярҙам программаһы сиктәрендә үҙ эшен асыу өсөн 350 мең һум субсидия алыу мөмкинлегенә эйә.Бының өсөн социаль контракт нигеҙендә адреслы ярҙам алыу өсөн бизнес-план төҙөргә кәрәк. Ул идеяны тормошҡа ашырыу юлдарын, реаль мөмкинлектәрҙе күрһәтергә тейеш.

Һыбай йөрөүгә һөйөү тәрбиәләй
Һыбай йөрөүгә һөйөү тәрбиәләй

Беҙҙең райондың бер нисә эшҡыуары ла, мөмкинлектән файҙаланып, үҙ эшен асты. Улар араһында бизнес-планын уңышлы яҡлап, дәүләт ярҙамын алыуға өлгәшкән Иҫке Бәпес ауылынан Асҡар Ишбирҙин да бар. Асҡар Рәсүл улы бер нисә йыл инде районда туризм йүнәлешен үҫтереү маҡсатында һыбай йөрөүҙе ойоштора. Хәҙерге ваҡытта ул йылҡыларҙың 18 башҡа еткергән. Һигеҙ ат һыбай йөрөтөү өсөн өйрәтелгән. Һыбай йөрөүгә теләүселәр йыл әйләнәһенә өҙөлмәй тиерлек.
Күптән түгел Асҡар үҙ биләмәһендә “Аталыҡ” " балаларҙың спорт-һыбайлы лагерын төҙөп, унда 9 йәштән 14 йәшкә малайҙарҙы уҡтан атыу, атта йөрөү һәм ҡул көрәше серҙәренә өйрәтте. Ете көн эсендә ҡаланан һәм ауылдан килгән малайҙар тәбиғәт ҡосағында палаткаларҙа йәшәп, рәхәтләнеп һыу инеп, балыҡ тотоп ял иттеләр.
- Бындай йәйге лагерь булдырыу хыялы менән электән үк янып киләм. Быйыл шундай форсат килеп тыуыу менән ватсаптағы төркөмгә 8 йәштән алып 14 йәшкә тиклем малайҙар йыйыу тураһында иғлан ҡуйҙым. Тиҙ арала бер төркөм йыйылды һәм тәғәйен көнгә ата-әсәләр улдарын килтереп тә еткерҙе. Ҡаҙан аҫып усаҡта ашарға бешереү, бергәләп үткәргән кистәр онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар ҡалдырҙы. Малайҙарҙы ҡул көрәшенә, һыбайҙа йөрөргә өйрәтеү үҙемә лә оҡшаны. Лагерь тамамланғандан һуң хушлашыуы ауыр булды хатта Балаларҙың тормошон ҡыҙыҡлыраҡ, сағыуыраҡ итеүгә аҙ булһа ла өлөш индерә алыуыма сикһеҙ шатмын. Дәүләтебеҙҙең мәшғүллек өлкәһен даими хәстәрләүе хыялдарҙы тормошҡа ашырыуға этәргес бирә, - ти Асҡар Рәсүл улы.
Әйткәндәй, күптән түгел Асҡар Ишбирҙин Ҡалмыҡ Республикаһында Бөтә Донъя Күсмә халыҡтар уйындарының һайлап алыу турнирында кабак/төрөк маршрутында - 3-сө, жамбы/ҡаҙаҡ маршрутында 1-се урын яулап, һайлап алыу турына үтте. Асҡарҙы еңеүе менән ихлас ҡотлайбыҙ һәм сентябрҙә Ҡаҙағстанда үткәреләсәк ҙур күләмле ярыштарҙа уңыштар теләйбеҙ. Бар уйланған эштәрең дә тормошҡа ашһын, Асҡар!
Гөлсәсәк Аласова.

 

Рәсил Исламов, район хакимиәте башлығының эшҡыуарлыҡ буйынса урынбаҫары, йәмәғәтселек фекере лидеры: - Быйыл районда социаль килешеү нигеҙендә адреслы социаль ярҙам программаһында 23 проект ҡаралды.
Улар араһында Ҡырмыҫҡалы ауылында хәләл аҙыҡ-түлек етештереү буйыгнса пекарня, массаж кабинеты, Ҡабаҡ ауылында парикмахер салонын асыу һәм әлбиттә, Асҡар Ишберҙиндың туризмды үҫтереү буйынса проекты иң яҡшылары тип табылды.
Йәштәрҙең ошондай проекттарҙа ҡатнашып, еңеп сығыуы бик яҡшы күренеш. Киләһе йылда унда ҡатнашыусыларҙың һаны тағы ла артыр, районыбыҙҙың йөҙө тағы ла күркәмләнер һәм уңайлыҡтар булдырылыр, тип ышанам.

Автор:
Читайте нас: