Даирә
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Үзбәкстанға – башҡорт ҡымыҙы

Шәхси эшҡыуар үҙенсәлекле өлгө күрһәтә.    

Үзбәкстанға – башҡорт ҡымыҙы
Үзбәкстанға – башҡорт ҡымыҙы

Өфө районынан шәхси эшҡыуар А. Йәнгиров Үзбәкстанға ҡымыҙ ебәрә башлаясаҡ. Был турала “Россельхознадзор”ҙың  Башҡортостан буйынса идаралығынан хәбәр иттеләр.

Күптән түгел идаралыҡ белгестәре предприятиеның ветеринар-санитар торошон тикшерҙе һәм уны экспортерҙар исемлегенә индерергә ризалыҡ бирҙе. Продукцияның сифатын асыҡлау маҡсатында был һөт ризығы өлгөләре махсус лабораторияла тикшерелде.

Был эш Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары тарафынан раҫланған “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт“ милли проектына (национальный проект “Международная кооперация и экспорт“) ярашлы тормошҡа ашырыла. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: ул “Лайыҡлы һәм йоғонтоло хеҙмәт һәм уңышлы эшҡыуарлыҡ” башланғысына ярашлы тормошҡа ашырыла.

Фото: “Башинформ”.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
 
 
 
 
 
 
 
Автор:
Читайте нас: