Даирә
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Муса Мортазин менән яҡынданыраҡ таныштылар

Учалы районында "Музейҙа каникулдар" акцияһы ойошторолдо.     

Муса Мортазин менән яҡынданыраҡ таныштылар
Муса Мортазин менән яҡынданыраҡ таныштылар

Учалы районында “Музейҙа каникулдар” музей акцияһы саралары барышында, шулай уҡ “Мәҙәниәт” милли проектының “Ижади кешеләр” төбәк проектына ярашлы, уҡыусылар, студенттар, шулай уҡ Өфөнән һәм Ҡазандан ҡунаҡтар өсөн музей залдары буйлап тематик экскурсиялар ойошторолдо.

Экскурсияларға килеүселәр күренекле сәйәси һәм хәрби эшмәкәр Муса Мортазин тураһында күп нәмә белде. Ул Ырымбур губернаһы Верхнеурал өйәҙе Күбәләк-Тиләү улусы Көсөк ауылында (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Учалы районы Көсөк-Маяҡ ауылы) тыуған.

Муса Мортазин – граждандар һуғышында әүҙем ҡатнашыусы, Башҡорт милли хәрәкәтенең билдәле эшмәкәре, комбриг. 1921 йылдың июнендә Башҡорт АССР-ның Үҙәк башҡарма комитеты рәйесе һәм партияның өлкә комитеты ағзаһы итеп һайлана. 1924 йылда – Мәскәү юғары хәрби-педагогик мәктәбен, 1927 йылда М.В. Фрунзе исемендәге Хәрби академияны тамамлай һәм РККА-ның Баш идаралығы резервында була. 1935 йылда уға комбриг исеме бирелә. Башҡорт буржуаз милләтсеһе булараҡ репрессиялана. 1937 йылдың 13 июлендә ҡулға алынған ваҡытта РККА-ның ат составын ремонтлау буйынса” Оборона халыҡ комиссариаты бүлегенең 2-се бүлексәһе начальнигы була. 1956 йылдың 14 июлендә үлгәндән һуң аҡлана.

Музейға килеүселәргә РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, уның ҡыҙы Шәүрә Мортазинаның хәтирәләре менән хаттар күрһәттеләр. Экскурсия аҙағында ҡунаҡтар тәьҫораттары менән уртаҡлашты, “Музейҙың Хәтер китабы”нда теләктәрен һәм рәхмәт һүҙҙәрен яҙҙы. Акцияла бөтәһе 47 кеше ҡатнашты.

Билдәле булыуынса, “Мәҙәниәт” (национальный проект “Культура”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

Фото: Учалы районы хакимиәте.

Автор:
Читайте нас: