Даирә
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Өсөнсө робот ярҙамға килде

Волга буйы федераль округында тәүге һәм берҙән-бер роботлаштырылған хирургия үҙәге Башҡортостанда эшләй.    

Өсөнсө робот ярҙамға килде
Өсөнсө робот ярҙамға килде

Башҡортостан дәүләт медицина университеты клиникаһының робот үҙәгендә операция яһаусы өсөнсө «Cuvis – joint» робот-хирургы эш башланы. Был робот үҙәге – Волга буйы федераль округында тәүге һәм берҙән-бер роботлаштырылған хирургия үҙәге. 6,5 йыл эсендә клиникала 3500 операция яһалған. Сuvis – joint хирургия роботы Көньяҡ Кореяла эшләнгән. Ул быуындарҙы алмаштырыуҙа ҙур ярҙамсы.

Төп өҫтөнлөгө – быуындарҙы алмаштырыуҙа иҫ киткес теүәллеге. Бына ул хаҡта медицина университеты ректоры Валентин Павлов нимә тине: ”Беҙ бөгөн республика һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә өр-яңы технология индерҙек – беҙҙең компьютер һүрәттәренә ҡарап эшләгән робот-хирург тураһында әйтәм. Хаталаныуҙарҙың һәм кеше факторының булыуы мөмкин түгел. Бөгөн университет, был технологияларҙы ҡулланыуҙан тыш, уларҙы үҙе эшләй ҙә”.

Робот хирургияһы ҡан юғалтыуҙарҙы кәметә, кеше әмәлиәттән һуң тиҙерәк йүнәлә. Бер нисә этаптан торған операция ваҡыты ҡыҫҡара, уның башҡа өҫтөнлөктәре лә күп. Робот үҙәгендә академик, биш профессор, алты медицина фәндәре кандидаты эшләй.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологиялар индереү мөһим бурыстар булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение) төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен,  ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновацион медицина технологиялары индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанцияла мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.

Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән  халыҡ өсөн.

 Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Автор:
Читайте нас: