Иглин районынан “Евнат” машина эшләү компанияһы Белоруссияның “Нефтебитум заводы” нефтехимия компанияһы менән битум составын тотороҡландырыу өсөн ҡорамалдар эшләү һәм ташыу тураһында килешеү төҙөнө. Хеҙмәттәшлек “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектына (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) ярашлы башҡарыла, тип хәбәр итә район хакимиәте.
Компьютер моделләүен ҡулланыу өлкәһендә фәнни-техник хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә Белоруссия һәм Рәсәй төбәктәре форумында ҡул ҡуйылды.
“Евнат” – инжиниринг компанияһы, ул ҡорамалдарҙы етештереү, инновациялы эшләнмәләр менән шөғөлләнә. Предприятие сәнәғәт объекттары өсөн ҡарарҙар тәҡдим итә.
“Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты Рәсәйҙә етештерелгән тауарҙарҙы экспортлауҙы үҫтереү һәм яңы иҡтисади бәйләнештәрҙе нығытыуға йүнәлтелгән. Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса 2019 йылдан тормошҡа ашырыла.
Фото: “Республика Башкортостан” гәзите.