Даирә
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Ишембайҙа "Пикник" арт-проектының яңы миҙгеле асылды

Асыу тантанаһы изге байрам – Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә арналды.

Ишембайҙа "Пикник" арт-проектының яңы миҙгеле асылды
Ишембайҙа "Пикник" арт-проектының яңы миҙгеле асылды

6 июлдә Башҡортостан Республикаһының Ишембай ҡалаһындағы йәштәр скверында ҡала ирекмәндәре һәм Йәштәр эштәре буйынса комитет ҡатнашлығында “Пикник” арт-проектының яңы миҙгеле асылды. Ирекмәндәр хәрәкәтен үҫтереү "Мәғариф" милли проектының "Социаль әүҙемлек" төбәк проекты маҡсаттарына һәм бурыстарына тап килә.

Асыу тантанаһы изге байрам – Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә арналды. "Пикник" – ғаиләләргә ялдарын бергә үткәрергә мөмкинлек биргән социаль проект. Кисәлә “Ғаилә өйҙә” балалар һүрәттәре конкурсы ойошторолдо һәм үткәреде, “Объективта – ҒАИЛӘ” фотопроектына йомғаҡ яһалды. Кисә ҡунаҡтар өсөн “Бергәләп” ғаилә квесы ойошторолдо, унда бөтә ғаиләләр ҙә әүҙем ҡатнашты. Һәр ҡатнашыусыға ыңғай тәьҫораттар һәм иҫтәлекле бүләктәр бирелде

"Ишембайҙың изге йөрәктәре" ирекмәндәренең тырышлығы менән бөтәһе лә яратҡан аквагрим, ижади оҫталыҡ дәрестәре, активистарҙың һәм ирекмәндәрҙең сығыштары, флешмобтар ошо йылы кисәне биҙәне.  Һуңынан асыҡ һауала “Бери да помни” фильмын ҡаранылар. Ул өлкәндәрҙе һәм балаларҙы бергә йыйып, бөтәһенә лә сағыу тәьҫораттар, яҡшы кәйеф һәм йәм бүләк итте.

Билдәле булыуынса, “Мәғариф” (национальный проект “Образование”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

Фото: Ишембай районы хакимиәте.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Автор:
Читайте нас: