Даирә
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Эштәр быйыл тамамлана

Йәрмәкәй ауылында милли проект ярҙамында “Дуҫлыҡ” паркы төҙөкләндерелә.     

Эштәр быйыл тамамлана
Эштәр быйыл тамамлана

Йәрмәкәй районының Йәрмәкәй ауылында “Дуҫлыҡ” паркы халыҡтың яратҡан урынына әйләнде. Йәмәғәт биләмәһе “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проекты буйынса төҙөкләндерелә. 

Паркта спорт менән шөғөлләнеү, ял итеү һәм хатта балаларҙы юл хәрәкәте ҡағиҙәләренә өйрәтеү өсөн урындар бар. Биш йыл эсендә бында байтаҡ эш башҡарылған: каналдар ярҙарын нығытҡандар, күперҙәр төҙөгәндәр, ҡоймаларға капиталь ремонт үткәргәндәр, фонтан, резина япмалы уйын майҙансыҡтары, балаларҙы юл хәрәкәте ҡағиҙәләренә өйрәтеү өсөн бөтә юл билдәләре менән балалар автомобиль ҡаласығы, күп функциялы спорт майҙансығы, саралар үткәреү өсөн сәхнә һәм башҡалар.

Паркта даими рәүештә спорт һәм күңел асыу саралары уҙғарыла. Йәштәр көнөнә ҡарата күп функциялы майҙансыҡта волейбол һәм футбол буйынса ярыштар үтте. Әлеге ваҡытта Рәсәйҙә Ғаилә йылына арналған “Ғаилә кесаҙнаһы” проекты сиктәрендә саралар ойошторолған. Парк биләмәһен таҙартыу буйынса өмәләр даими ойошторола.

“Дуҫлыҡ” паркын төҙөкләндереү эштәре быйыл тамамлана. 2024 йылға модулле бәҙрәф, йәйге кафе өсөн урын, бәүелсәктәр менән ял итеү зонаһы, туристик навигация билдәләре ҡуйыу, халыҡты иҫкәртеү системаһын монтажлау күҙалланған.

Билдәле булыуынса, “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” (национальный проект “Жилье и городская среда”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

Фото: Йәрмәкәй районы хакимиәте.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Автор:Альфия Мингалиева
 
 
 
 
 
 
 
Автор:
Читайте нас: