Даирә
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Яңы глэмпинг төҙөргә ниәтләйҙәр

Тәбиғәттәге сифатлы сервислы һәм уңайлы йәшәү шарттары булған модулле йорттар – һәйбәт аҡса һалыу, тип иҫәпләй эшҡыуар.     

Яңы глэмпинг төҙөргә ниәтләйҙәр
Яңы глэмпинг төҙөргә ниәтләйҙәр

Башҡортостандың Дүртөйлө районында “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты сиктәрендә даими үткәрелгән сираттағы “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә глэмпинг асыу буйынса яңы проект ҡаралды.

Проекттың инициаторы глэмпинг урынлаштырыу өсөн ер участкаһын билдәләгән һәм бизнес асыу йәһәтенән мәғлүмәти-консультация ярҙамын һорап мөрәжәғәт итте. Осрашыу барышында структура подразделениелары белгестәре проектты тормошҡа ашырыу буйынса консультация ярҙамы күрһәтте.

“Тәбиғәттәге сифатлы сервислы һәм уңайлы йәшәү шарттары булған модулле йорттар – һәйбәт аҡса һалыу ул, сөнки номерҙарҙың тиҙ төҙөлөүе иҫәбенә бындай объекттарҙың хаҡы сағыштырмаса ҡыйбат түгел.  Глэмпингка тәбиғәттә ял итеү өсөн баралар. Палатка ҡуйыу һәм усаҡ өсөн ботаҡтар йыйыу урынына көнө буйы урман һәм баҫыуҙар буйлап йөрөргә, рәхәтләнеп ял итергә мөмкин. Ҡунаҡтарға матур күренештәр артынан алыҫҡа йөрөргә тура килмәһен өсөн йорттар һәм сатырҙар, ғәҙәттә, иң матур урындарҙа урынлаштырыла” – тине эшҡыуар.

Билдәле булыуынса, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

Фото: Дүртөйлө районы хакимиәте.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Автор:Альфия Мингалиева
 
 
 
 
 
Автор:
Читайте нас: