Даирә
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Ватанды һаҡлаусылар хөрмәтенә

Башҡортостан ултыртылған ағастар һаны буйынса “Хәтер баҡсаһы” акцияһында ҡатнашыусылар араһында тәүге өсәү иҫәбендә. 

Ватанды һаҡлаусылар хөрмәтенә
Ватанды һаҡлаусылар хөрмәтенә

“Хәтер баҡсаһы” халыҡ-ара акцияһының бишенсе миҙгелендә Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә Бөйөк Ватан һуғышында һәм махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙәр иҫтәлегенә 38 миллиондан ашыу ағас ултыртылды. Бындай һөҙөмтәгә “Экология” милли проекты сиктәрендә урмандарҙы тергеҙгән Рәсәй төбәктәренең һәм ирекмәндәр корпусының әүҙемлеге арҡаһында өлгәшеп булды.

Башҡарылған эш һөҙөмтәһендә Башҡортостан ултыртылған ағастар һаны буйынса ун лидер иҫәбенә инде. 2024 йылда “Хәтер баҡсаһы” акцияһының иң әүҙем төбәктәре рейтингында республика ултыртылған ағастар һаны буйынса, Тверь һәм Ырымбур өлкәләренән ҡала, өсөнсө урын алды. Башҡортостан йыл һайын ағас ултыртыуҙа әүҙем ҡатнаша.

"Хәтер баҡсаһы “халыҡ-ара акцияһы сиктәрендә республика урмандарында, шулай уҡ муниципаль район һәм ҡала округтары ерҙәрендә ағымдағы йылда 663 гектар майҙанда бөтәһе 2,25 млн самаһы үҫенте ултыртылды, экологик-патриотик сараларҙа 133 меңдән ашыу кеше ҡатнашты", – тине Башҡортостандың урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов.

Бынан тыш, акцияны ойоштороусылар иң әүҙем 10 төбәк исемлеген билдәләне.

"Хәтер баҡсаһы" йыл һайын битараф булмаған ирекмәндәрҙе берләштерә, улар Ватанды һаҡлаусылар хөрмәтенә иҫтәлекле ағастар ултырта. Күптәр өсөн акция ысын мәғәнәһендә ғаилә сараһына әүерелде – был яҡшы һөҙөмтә, был граждандарҙың экологик мәҙәниәтен нығыта һәм Рәсәй тәбиғәтенә, урманына һаҡсыл мөнәсәбәткә нигеҙ һала алдыҡ тигәнде аңлата”, – тип һөйләне “Рослесхоз” етәксеһе Иван Советников.

Билдәле булыуынса, “Экология” (национальный проект “Экология”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

Фото: Урман хужалығы министрлығы.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Автор:Альфия Мингалиева
 
 
 
 
 
 
Автор:
Читайте нас: