Даирә
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Халыҡҡа иң кәрәкле проекттарҙың береһе

Республика Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән 2019 йылдан алып Башҡортостанда “Башҡорт ихаталары” ихата биләмәләрен төҙөкләндереү программаһы эшләп килә.

Халыҡҡа иң кәрәкле проекттарҙың береһе
Халыҡҡа иң кәрәкле проекттарҙың береһе

Халыҡҡа иң кәрәкле проекттарҙың береһе

Республика Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән 2019 йылдан алып Башҡортостанда “Башҡорт ихаталары” ихата биләмәләрен төҙөкләндереү программаһы эшләп килә. Программаға ярашлы биш йылда 400 мең кеше йәшәгән 1326 ихата төҙөкләндерелә. Уны бойомға ашырыу өсөн сығымдарҙың күбеһе республика бюджетынан бүленә.

Төҙөкләндереү тураһында ҡарарҙы торлаҡ хужаларының дөйөм йыйылышындағы коллектив ҡабул итә. Программа балалар һәм спорт майҙансыҡтары төҙөүҙе, йәшелләндереүҙе, парковкаларҙы төҙөкләндереүҙе һәм башҡа эштәрҙе үҙ эсенә ала. Ә барлыҡ эштәрҙең сифаты белгестәр контролендә. Шулай уҡ халыҡ фекере лә иҫәпкә алына. “Башҡорт ихаталары” программаһын республикабыҙ халҡы ыңғай ҡабул итте һәм ул һуңғы йылдарҙа дәррәү үҫеш алды.

Радий Фәрит улы был программаны республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендәге иң өҫтөнлөклө проекттарының береһе тип иҫәпләй.

- Әгәр беҙ ихатаға “ингәнбеҙ” икән, уны тәртипкә килтерергә кәрәк, тигән фекерҙе яҡлайым. Шулай уҡ подъездарҙы төҙөкләндерергә, ҡыйыҡ-фасадтарҙы тәртипкә килтерергә тейешбеҙ. “Башҡорт ихаталары” - торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә иң яҡшы проект. Был программаны мотлаҡ дауам итәсәкбеҙ. Мөмкин тиклем йорт эргәһе биләмәләрен яңыртыуға өҫтәмә аҡса бүлергә тырышасаҡбыҙ, - тине ул.

Беҙҙең районда ла уңайлы мөхит булдырыуҙы маҡсат иткән проект эше дауам ителә: йорт алдары күркәмләнә, ихаталар заманса төҫ ала, үҫмерҙәр һәм балалар өсөн уйын, спорт майҙансыҡтары урынлаштырыла. Хатта, бәләкәй ауылдарҙа ла һуңғы йылдарҙа балалар өсөн уңайлы уйын майҙансыҡтары ҡалҡып сыҡты.

Әйткәндәй, ошо көндәрҙә ауыл балаларын һәм ата-әсәләрен ҡыуандырып, Шәрипҡолда күркәм майҙансыҡ хасил булды. “Кармет” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт был эште ваҡытында һәм сифатлы башҡарып сыҡты.

Ошондай матур һәм халҡыбыҙға кәрәкле булған проекттар артабан да сәскә атыр тигән ышаныста ҡалабыҙ.

 

Фото: https://vk.com/karmadm?w=wall-173018413_27115

 

Автор:
Читайте нас: