Даирә
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Һәр кем үҙен һынап ҡараны

Салауат ҡалаһы уҡыусылары башҡорт мәҙәниәтенең үҙенсәлекле донъяһына сумды. 

Һәр кем үҙен һынап ҡараны
Һәр кем үҙен һынап ҡараны

Салауат ҡалаһының балалар лагерҙары уҡыусылары республиканың милли кейеменә арналған сарала ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡатнашты. 

Ҡаланың картиналар галереяһында үткән белем биреү программалары "Мәҙәниәт" милли проекты маҡсаттарына тап килә. Бындай саралар балаларҙың ижади һәләттәрен үҫтереп кенә ҡалмай, уларҙа тыуған еренең традицияларына ҡарата ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләй.

Сағыу, матур туҡымаларҙы, нәзәкәтле сигеүҙәрҙе һәм матур биҙәүестәрҙе күргәс, балаларҙың күҙҙәре янып китте. Улар һәр деталде, традицион биҙәктәрҙе өйрәнде һәм урындағы оҫтабикәләрҙең сәнғәте менән һоҡланды. Һуңынан, һүрәттә үҙҙәренең илһамланыуын һәм ижади ҡарашын сағылдырып, сувенирҙар биҙәү мөмкинлегенә эйә булды.

Кемдер тырышып-тырышып уйланылған биҙәктәр төшөрҙө, кемдер үҙен сәскәләр эшләп һынап ҡараны, һәр береһе үҙенең уникаль композицияһын ижад итте. Әҙер эштәр бик сағыу, матур һәм төрлө килеп сыҡты.

"Республикабыҙ – күп быуатлыҡ йолаларға һәм мәҙәни мираҫҡа бай Урал ынйыһы. Бындай саралар балалар өсөн – тыуған төйәгеңдең бай мираҫы менән танышыу өсөн шәп мөмкинлек. Был башҡорт донъяһының үҙенсәлекле мәҙәниәтенә сумыу булды”, - тип билдәләне экскурсовод Лилиә Вавилова.

Билдәле булыуынса, “Мәҙәниәт” (национальный проект “Культура”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

Фото: Салауат ҡалаһы хакимиәте.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Автор:Альфия Мингалиева
 
 
 
 
 
 
Автор:
Читайте нас: