Даирә
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Сәйәхәт итеү көс һәм дәрт бирә

Республикала дүртенсе йыл “Башҡорт оҙон ғүмерлелеге. Туризм” проекты тормошҡа ашырыла. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тарафынан булдырылған был программа буйынса күптәр, шул иҫәптә яҡташтарыбыҙ ҙа республикабыҙҙың матур төбәктәренә сәйәхәт ҡылған.

Сәйәхәт итеү көс һәм дәрт бирә
Сәйәхәт итеү көс һәм дәрт бирә

- Әлеге проект башланғандан алып районыбыҙҙа йәшәүсе хаҡлы ялдағылар баш ҡалаға “Башҡорт балы һәм лимондар”,  Красноусол һәм дөйәғош фермаһы”, “Торатау һәм башҡорт умартаһы”, “Терра" этнопаркы, Башҡорт һәм Һиндостан ҡушылыуы”  сәйәхәттәрендә күп тапҡырҙар булды. Бер сәйәхәт төркөмө 14, 28, хатта  37 кешенән тора. Уларҙың һаны туроператор ебәргән автобус ҙурлығына бәйле. Уҙған йыл 150-нән ашыу кеше сәйәхәт итһә, быйыл иһә республиканың матур урындарын күреп ял итеү мөмкинлегенән 65 кеше ҡулланды.  

Был проект мөһим социаль әһәмиәткә лә эйә. Ул тыуған яҡты яҡшыраҡ белергә, үҙеңә яңылыҡтар асырға ғына ярҙам итеп ҡалмай, әүҙем ял, аралашыу өсөн дә мөмкинлек тыуҙыра. Ә был өлкән быуын кешеләре өсөн бик мөһим, - ти балалар һәм үҫмерҙәр мәктәбе директоры Эльмир Миһранов.

Әйтергә кәрәк, проектта ҡатнашыу өсөн сайтта теркәлергә йәки йәшәгән урын буйынса муниципаль район хакимиәтенә мөрәжәғәт итергә мөмкин.

Светлана Вәлиуллина, Ҡырмыҫҡалы районы:
- “Башҡорт оҙон ғүмерлелеге. Туризм” проекты буйынса Ишембай районына – “Торатау” геопаркына сәйәхәткә юлландыҡ. Автобуста барғанда юл буйы матур тәбиғәтебеҙҙе күҙәтеп, һөйләшеп барҙыҡ. Оҙон юл һиҙелмәй ҙә ҡалды, тиҙ генә барып еттек. Бында тәүҙә туроператор тарихи ҡомартҡы менән таныштырып, “Торатау” геопаркы биләмәһе, ҡаҙылма байлыҡтар тураһында һөйләне. Күптән барып күрге килгән тау тураһында күп нимәләр белдек. Ул бындағы башҡа шихандар кеүек 230 млн йыл элек барлыҡҡа килгән, биләмәһендә 400-ҙән күберәк үҫемлек үҫә һәм 120-гә яҡын йәнлек йәшәй икән! Ул һауаһы саф, тирә-яғы хозурлыҡ!
Артабан танышҡандан һуң күптән күрергә һәм күтәрелергә хыял иткән тауға күтәрелдек. Менгән саҡта ауырыраҡ булһа ла, ялдар итә-итә алға - бейеккә ынтылдыҡ. Тауҙың түбәһенә менеп етеп, күмәкләп иҫтәлеккә фотоға төштөк. Шуныһы ҡыҙыҡ, тау түбәһендә бөтә арыу-талыуҙарыбыҙ һыпырып алғандай бөттө лә ҡуйҙы. Тауҙар көс бирә тигәндәре дөрөҫ ахыры. Кирегә рәхәтләнеп, йүгерә-атлай төштөк.

 

Әлфиә Лоҡманова. Ҡырмыҫҡалы ауылы:

"Башҡорт оҙон ғүмерлеге " программаһы буйынса мин йыл да йөрөйөм .
Быйыл 12-се апрелдә райондан 38 пенсионерҙы ике автобус менән Торатауға алып барҙылар.
Иң беренсе беҙгә Ғәфүри районында урынлашҡан зоопаркты күрһәттеләр. Шунда уҡ кафеһе бар, тәмле итеп төшкө аш ашағандан һуң Ишембай районына Торатауға юлландыҡ.
Торатауға 787 тимер баҫҡыс буйлап мендек. Унда менгәс иҫ киткес матур күренеш, тәбиғәттең матурлығына һоҡланып,менеп еткәнгә шатланып, фотоларға төштөк. Ҡайтышлай "Суфия " мәсетенә керҙек, матур мәсет.
Бик күңелле булды, илһам, йәшәргә көс алып ҡайттыҡ.
Хаҡлы ялда булһаҡ та беҙҙе онотмауҙары үҙе бер шатлыҡ.
Экскурсияны ойоштороусыларға, беҙҙе оҙатып, имен -һау йөрөтөп алып ҡайтыусыларға ҙур рәхмәт. Фәһемле, бай йөкмәткеле программа төҙөлгән. Киләсәктә лә был эштең дауам итеүен теләйбеҙ. Донъяларыбыҙ тыныс,тормошобоҙ йәмле, иҫән -һау булайыҡ.

 

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: