Даирә
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Межгорьела ирекмәндәр бүләкләнде

Улар “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проекты сиктәрендә төҙөкләндереү объекттары өсөн Бөтә Рәсәй онлайн тауыш биреүендә ҡатнашыу өсөн граждандарҙы йәлеп итеүҙә ярҙам иткән. 

Межгорьела ирекмәндәр бүләкләнде
Межгорьела ирекмәндәр бүләкләнде

Башҡортостан Республикаһының Межгорье ҡалаһында ирекмәндәргә ойоштороуҙа ярҙам күрһәткәне, шулай уҡ “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проекты сиктәрендә төҙөкләндереү объекттары өсөн Бөтә Рәсәй онлайн тауыш биреүендә ҡатнашыу өсөн граждандарҙы йәлеп итеүҙә һөҙөмтәле эшләгән өсөн рәхмәт хаттары тапшырылды.

“Был программа һәм тауыш биреүҙә ҡатнашыу ысынлап та Межгорье өсөн мөһим, сөнки халҡыбыҙ тәү сиратта төҙөкләндерелергә тейешле биләмәне үҙаллы билдәләй. Ә ирекмәндәрҙең эше һөҙөмтәһендә проектты һайлау - тағы ла еңелерәк, шуға күрә тауыш биреүҙә ҡатнашыусыларҙың да йылдан-йыл күбәйә бара”, - тип билдәләне Межгорье ябыҡ административ-территориаль берәмеге хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Сергей Мочалов.

Йәмәғәт биләмәләрен һайлау буйынса Бөтә Рәсәй онлайн тауыш биреүен ойоштороу эшенә әүҙем ҡатнашҡаны һәм уҙғарғаны өсөн Башҡортостан Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығының рәхмәт хаты  менән Иван Алёшин, Дмитрий Бородин, Алена Деева, Альбина Мәсәлимова, Екатерина Олейник, Венера Петрова, Елена Шаповалова, Андрей Анохин, Ульяна Бочкова һәм Елена Бочкова билдәләнде.

Быйыл "Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу" программаһы буйынса Межгорьела Көньяҡ-Көнбайыш биҫтәһендә Геройҙар аллеяһын төҙөкләндереү, ә 2025 йылға Первопроходцев скверы янындағы биләмәне тәртипкә килтереү күҙаллана.

Билдәле булыуынса, “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” (национальный проект “Жилье и городская среда") милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

Фото: Межгорье ҡалаһы хакимиәте.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Автор:
Читайте нас: