Даирә
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Туғыҙ объектты «Стимул» программаһы буйынса төҙөйәсәктәр

Программа төҙөүселәрҙең инфраструктураны булдырыу һәм торлаҡты төҙөү ваҡытын ҡыҫҡарта    

Туғыҙ объектты «Стимул» программаһы буйынса төҙөйәсәктәр
Туғыҙ объектты «Стимул» программаһы буйынса төҙөйәсәктәр

Быйыл Башҡортостанда «Стимул» программаһы буйынса юл һәм инженер структураһының туғыҙ объектын төҙөйәсәктәр. Әйткәндәй, «Стимул» проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың «май» указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проектына (национальный проект «Жилье и городская среда») ҡарай һәм торлаҡ төҙөлөшө үҫешен йәнләндереү механизмдарының береһе булып тора. Программа төҙөүселәрҙең инфраструктураны булдырыу һәм торлаҡты төҙөү ваҡытын ҡыҫҡарта.

- Объекттарҙы сафҡа индереү 2024 йылда 1,1 миллион квадрат метрҙан ашыу яңы торлаҡты сафҡа индереү мөмкинлеген бирә. Башҡортостан – «Стимул» программаһы буйынса федераль аҡсаны йәлеп итеү буйынса лидер. Программаны тормошҡа ашырыу осоронда финанслау күләме 20-нән ашыу миллиард һум, шул иҫәптән федераль бюджеттан 13 миллиард һум тәшкил итте, - тип белдерҙе Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Артем Ковшов.  

Министрлыҡтың матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, яңы объекттар Өфө, Октябрьский ҡалаларында һәм Өфө районында барлыҡҡа киләсәк. Улар араһында Өфөләге Дим районың “Сағыу” биҫтәһе бар. Әйткәндәй, был “Стимул” проограммаһы буйынса төҙөлгән беренсе биҫтә генә түгел. 2022-2023 йылдарҙа 3-сө, 4-се, 5-се һәм 6-сы кварталдарҙағы биш урамды һәм уларҙың оҙонлоғо 3,5 километрҙан күберәк булған участкаларын сафҡа индерҙеләр.

 

Сығанаҡ, фото: building.bashkortostan.ru/presscenter/news/637372/

Автор:
Читайте нас: